Бөтә яңылыҡтар

“Салауат йыйыны”нда беҙҙең Салауат

Малаяҙ ауылында үткән “Салауат йыйыны батыры” республика конкурсының “Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән” номинацияһында махсус приз алды Мәскәү ҡалаһындағы А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтында белем алған Һөләймән ауылы егете Салауат Зәйнетдинов.

Бәйге 18-27 йәшлек егеттәр араһында үтте, унда Белорет, Ғафури, Дәүләкән, Йылайыр, Көйөргәҙе, Мәсетле, Мәләүез, Салауат, Учалы райондарынан һәм Нефтекама ҡалаһынан ҡатнашыусылар йыйылды. Батыр исеменә дәғүә итеүсе егеттәр бер нисә ярышта көс һынашты.

Ижади конкурста Салауат ҡурайҙа уйнаны, “Ҡурай моңо” йырын һәм “Ирәндек бөркөтө” бейеүен башҡарҙы. Сәсәндәр ярышында Салауат Юлаевтың “Егеткә” һәм “Уралым” шиғырҙарын һөйләне.

Һай, Салауат, ошо оран менән

Аҫыл башҡорт килгән йыйынға

Мин дә килдем оло ҡошсоларҙан,

Сәм һәм дәрттәр алып халҡымдан

Ағасым муйыл булһа , ҡошом – аҡҡош,

Һомғолланып йөҙә Әйемдә.

Ауылым данлы, Һөләймәнем минең,

Ярым айлы тамға һәр кемдә.

Мираҫ итеп алғам үҙ халҡымдан

Ғорур булып, данлап йәшәргә.

Ҡумыҙ, бейеү, йырҙар ярҙам итә,

Һай, Салауат ораны йәшәтә.

Ҡумыҙсылар нәҫеленән үҙем,

Атым да бит минең Салауат.

Мин теләйем, зәңгәр, аяҙ күктәр.

Башҡортостан илем сәскә ат! – тип, апаһы Фәйрүзә Дусмөхәмәтова яҙған шиғри юлдар менән таныштырҙы ул үҙе менән.

Артабан егеттәр көрәш, уҡ атыу, буйынса спорт ярыштарында үҙҙәренең көстәрен һәм таһыллыҡтарын күрһәттеләр.

Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Риф Ғәбитов етәкселегендәге жюри баһаланы.