Бөтә яңылыҡтар

Мөслим ҡыҙы яңы үрҙәр яулай

Татарҙар конгресы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһынан Табрис Яруллин киткәндән һуң татар йәштәре башлығы вазифаһына ваҡытлыса Ленария Мөслимованы тәғәйенләнеләр.

Был вазифаға тәғәйенләнгәнсе ул Бөтә донъя татар йәштәре форумы аппаратында төп секретарь булып эшләгән. Kazan First электрон сығанағына биргән интервьюһында Ленария үҙе, ата-әсәһенең Бөтә донъя татарҙар конгресы менән нисек бәйле булыуы тураһында һөйләй һәм ваҡытлыса йөкмәтелгән вазифаны даими башҡарырға әҙер булыу-булмауы хаҡында һорауға яуап бирә.

Бөтә донъя татарҙар конгресында эшең нимәнән башланды?

– Уның тарихы хатта минән генә лә башланмай. Ул күпкә төптәрәк. Мин Башҡортостанда тыуғанмын. Һуңынан ғаиләм Силәбегә күсеп килде. Мәктәпте бында тамамланым. Әсәйем баш-ҡорт шағиры Шәйехзада Бабич исемен йөрөткән китапханала эшләне. 1992 йылда ул Бөтә донъя татарҙар конгресына делегат итеп һайлана. Әбейем Силәбе өлкәһе татарҙары конгресына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора, шулай уҡ “Дуслык” өлкә милли гәзитенең баш мөхәррире ине. Бындай мөхиттә мин дә бик иртә ата-әсәләр рухында тәрбиәләндем, дүрт йәшемдән Силәбе опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаным, Ғабдулла Туҡайҙың “Туған тел” шиғырын һөйләй торғайным.

Ә Ҡазанға нисек килеп сыҡтың?

– Тәү тапҡыр Ҡазанға 2005 йылда килгәйнем. Ул мәлдә ҡала үҙенең мең йыллыҡ юбилейын ҡаршыларға йыйына ине. Тәү сиратта беҙ Бөтә донъя татарҙар конгресында булдыҡ. Унда Ринат Зиннур улы Закиров татарҙарҙың мең йыллыҡ тарихы булыуы, беҙҙең бар донъя буйлап таралыуыбыҙ тураһында бик хисләнеп һөйләгәйне.

Миңә, 10 йәшлек балаға, был бик тәьҫир итте. Ҡазанға ғашиҡ булдым һәм бында уҡырға ныҡлы ҡарар иттем. Өҫтәүенә өләсәйем менән әсәйем Ҡазан педагогия институтын тамамлағандар. Әйткәндәй, мин – уҡытыусылар династияһынан, атайым яғынан физика уҡытыусылары. Студент йылдарында татарҙар форумы ҡыҙҙары һәм егеттәре менән таныштым.

Ошо хаҡта тулыраҡ һөйлә әле.

– 2012 йылда Табрис Яруллин татар йәштәрен йыйҙы. Факультеттар буйлап Бөтә донъя татар йәштәре форумы Ҡазан активының тәүге йыйылышына саҡырыу тураһында хәбәр тараттылар. Бына хәҙер беҙ һинең менән һөйләшеп ултырған ошо залда нисек итеп 40 кеше йыйылып ултырғаны әле лә күҙ алдымда. Табрис беҙгә кемлегебеҙ, быларҙың барыһының да беҙгә ни өсөн кәрәклеге тураһында һөйләне. Был уның тәүге йыл рәйеслек итеүе ине. Әммә беҙ гел генә күп булманыҡ. Икенсе йыйылышҡа 20 кеше килде, өсөнсөһөнә – 15, ә унынсыһына 7 кеше тороп ҡалды. Бына шулай итеп беҙ бергәләп “Туҡай йөҙө” проектын тәүләп башланыҡ. Хәҙер ул “Бесән баҙары” тип атала. Беҙ уны 2013 йылдың яҙында Нурулла мәсете янында үткәрҙек. Мин университетта староста инем, һәм үҙемдең административ ресурсым менән файҙаланып, үҙемдең төркөмдән 30 кешене фестивалгә алып килдем. Барыһы ла татар кейеменә кейенгәйне. Һуңынан “Татар дозор” квест-уйыны авторҙары булдыҡ. Ошо ваҡытта үҙ берләшмәмде табыуымды аңланым. Мин һәр ҡалала берләшмәләр менән йәшәү күпкә уңайлыраҡ тип иҫәпләйем.

Татар форумында рәсми вазифаға ҡасан ҡабул иттеләр?

– Мин һәр ваҡыт әүҙем булдым, төрлө саралар ойоштороуҙа ярҙам иттем. Уны ниндәйҙер файҙа күреү маҡсаты менән түгел, ихлас күңелдән баш-ҡарҙым. Минең кеүектәр өсөн конгреста ниндәйҙер вакансия булыуы тураһында бер кем дә әйтмәне. Беҙ – энтузиастар, беҙгә барыһы ла оҡшай. 2014 йылда беҙ татар йәштәре форумы уҙғарҙыҡ. Унда бар Совет йыйылды, нәҡ шунда миңә сюрприз яһанылар – форумға яуаплы секретарь итеп күр-һәттеләр. Аптырам ҡалдым, минән олораҡ һәм тәжрибәлерәк кешеләр бар тип уйланым. Нисек кенә булмаһын, тырышлығымды баһалауҙары күңелле. Ойошмабыҙҙың эшмәкәрлеге өсөн яуаплылыҡты тағы ла нығыраҡ тоя башланым. Шунан һуң мине конгресҡа рәсми алдылар. Бында университет йылдарынан бирле эшләйем булып сыға.

Һинең ғүмереңдә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә үткәргән осор бар. Ул нимә менән бәйле?

– Бөтә донъя татарҙар конгресына килгәндән һуң 5 йыл үтеүгә миңә киңерәк офоҡтар кәрәк булды. Икенсе урында көсөмдө һынап ҡарарға, даирәмде киңәйтергә теләнем, шунлыҡтан сит илгә сыҡтым. Эшмәкәрлек өлкәһен үҙгәртмәнем – бер татар эшҡыуарының матбуғат секретары булып эшләнем. Был ваҡытта беҙ Ғәрәп Әмирлектәрендә татарҙар диаспораһы ассоциацияһын теркәнек. Шулай итеп, мин унда ла йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләндем. Евразия халыҡтары ассамблеяһы көндәрен үткәрҙек. Был федерация кимәлендә эшләү тәжрибәһе булды минең өсөн, сөнки Әмирлектәрҙә Ассамблеяны беҙ Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы ярҙамында уҙғар- ҙыҡ. Сараға ете илдән килделәр. Шунда үҙемдең нимәгә һәләтле булыуымды күрҙем.

Ни өсөн Татарстанға кире ҡайтырға булдың?

– Мин Ҡазанды, Татарстанды һәр ваҡыт яраттым. Татарҙарҙың һәр нәмәһенә һөйөү минең ҡанымда. Ғәрәп Әмирлектәрендә хистәрем көсәйеп кенә китте. Сит илдә мин яңылышмауымды, үҙем өсөн дөрөҫ берләшмә һайлауымды, бер нимәгә ҡарамаҫтан, шөғөлләнгән эшемде яратыуымды аңланым. Ямғыр яуһа ла, ҡояш ҡыҙҙырһа ла миңә Татарстанда бик рәхәт. Өҫтәүенә хеҙмәттәшлеккә контракт бөткәйне. Мин Бөтә донъя татар конгресының төп референты вазифаһына кире әйләнеп ҡайттым. Бер нәмә лә үҙгәрмәне. Сит илдән яңы тәжрибә һәм яңы идеялар менән ҡайтырға тейештәр кеүек, ә миңә былар принципиаль тү-гел, сөнки йәшәргә көс биреп торған яратҡан командама кире әйләнеп ҡайттым.

Һин Ҡазан активында 2012 йылдан бирле тораһың. Идеологияғыҙҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр тояһыңмы? Беренсе осрашыуҙа Табрис нимә тигәйне?

– Уның ул ваҡытта нимә һөйләгәнен яҡшы хәтерләйем. Ул теләк бул-ғанда беҙ Ҡазанда, Татарстанда иң көслө команда була алабыҙ, тигәйне. Был уның минең хәтеремә һеңеп ҡал-ған тәүге фразаһы. Ул хаҡлы булған тип иҫәпләйем. Сөнки хәҙер беҙ бик күп проекттарҙы ғәмәлгә ашырҙыҡ. Араларында төрлө төбәктәрҙән һәм илдәр-ҙән 100-гә яҡын дизайнерҙы берләштергән “Бесән баҙары”, “Мин татарса һөйләшәм”, “Аҡыл фабрикаһы” акциялары, дизайнерҙар, экскурсоводтар, тарихсылар проекттары һәм баш-ҡа күп нәмәләр.

Ленария, татарҙар йәмәғәт ойошмаларының эшен сит илдәрҙә алып барыуҙы күҙаллайһығыҙмы? Форум эшендә уның файҙаһына берәй нәмәне үҙгәртергә теләгең юҡмы?

– Минең Көнсығыш илдәре, Ғәрәп Әмирлектәре менән эшләү тәжрибәһе бар. Ғәрәп Әмирлектәренә ни бары 45 кенә йәш. Унда нефткә бәйле хәлдәр яҡшылыр ҙа ул, әммә социаль институттар унда яйға һалынмаған. Шуға күрә мин, киреһенсә, ниндәйҙер ысулдарҙы уларға тәҡдим итер инем.

Әгәр һине һайлап ҡуйһалар, был эште даими нигеҙҙә ҡабул итәсәк-һеңме?

– Бына хәҙер мин яҡшы һынау үтәм. “Татарса диктант”, “Бесән баҙары” кеүек ҡайһы бер мәлдәрҙе һәм, әлбиттә, форумдың үҙенә әҙерләнеүҙе яйға һалырға кәрәк. Әгәр шуларҙы лайыҡлы атҡарып сыға алһам, ризалығымды бирәм.


Белешмә: Ленария Мөслимова тыу-мышы менән Яңы Мөслим ауылынан. Туғыҙынсы синыфҡа тиклем Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһында белем алған.



(Интервью Kazan First

электрон сығанағынан

ҡыҫҡартып бирелде).