Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
28 Июнь 2019, 15:36

Яҡташыбыҙ – донъя чемпионы!

Татарстан Республикаһының Мингер ауылында милли көрәш буйынса донъя чемпионаты булды. Унда 42 дәүләттән 230 спортсы ҡатнашты.

Рәсәй командаһы составында Һөләймән ауылынан яҡташыбыҙ Айгиз Зәйнетдинов та бар ине. Ул 90 килограмм ауырлыҡ категорияһында көрәшеүселәр менән көс һынашты. Финалда минут ярым эсендә ярышташын күтәреп һалды һәм донъя чемпионы титулы алды.

– Минең күп ярыштарҙа ҡатнашҡаным булды, ә бына донъя кимәлендә тәүге тапҡыр сығыш яһауым. Бик тулҡынландым, сөнки унда бар донъянан иң көслөләр йыйылған. Уларҙан нимә көтөргә икәнлеген белмәҫһең дә, – тип һөйләй Айгиз. – Мин Италиянан, Тажикстандан, Кореянан һәм Ҡырымдан көрәшселәр менән алыштым.

Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса Айгизгә Рәсәй Федерацияһы спортындағы төп юғары награда – халыҡ-ара класс спорт мастеры исеме бирелде.

– Донъя чемпионаты минең маҡсатым ине. Мин уға ирештем, тик ул еңелдән бирелмәне, күп тир түгергә тура килде, – ти Айгиз.

Яҡташыбыҙ милли көрәш менән дүрт йәшенән шөғөлләнә. Уға был спорт төрөнә юлды һабантуйҙар батыры – атаһы Ғәлиулла Миңлеәхмәт улы һала. Ул әле етенсе класта уҡығанда уҡ тәүге еңеүен яулап, төп бүләк – тәкә алып ҡайта. Ике йыл тоташ (2018 һәм 2019 йылдар) ул Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының көрәш буйынса кубогына асыҡ турнирҙа еңеп сыҡты һәм төп приз – автомобиль алды.

Хәҙер Айгиз алдына яңы маҡсат ҡуйған – көрәш буйынса яңы чемпиондар тәрбиәләү. Айгиз үҙе әлеге мәлдә йәшәгән Миәкә районында тренер булып эшләй. Уның күнекмәләренә 50-нән ашыу бала йөрөй. Әммә төп тәрбиәләнеүсеһе – дүрт йәшлек улы Ислам.

– Ул минең дуҫым һәм илһамландырыусым. Кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, иртәле-кисле минең менән йүгерергә сыға, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша бәхетле атай.

Айгиз – өс бала атаһы. Өлкән улы Исламдың артынан ҡыуып өс йәшлек Мәҙинә исемле ҡыҙҙары һәм ун айлыҡ улдары Имран, ата-әсәһен ҡыуандырып, үҫеп килә.

Чемпиондың әсәһе Рида Зәйнетдинова улы өсөн бик һөйөнә:

– Айгиз икенсе һәм өсөнсө урындар алғанда бик көйә ине. Атаһы уға: “Ярыштарҙа еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә була. Һинең барыһы ла алда әле”, – ти торғайны. Айгиз бала саҡтан ныҡышмал әҙерләнде. Ауырыраҡ булһын өсөн, аяғына кирза итектәр кейеп, көн һайын Туры тауға күтәрелә торғайны.

Айгиз Зәйнетдинов – Баш-ҡортостан һәм Рәсәй чемпионы, хәҙер – донъя чемпионы! Ҡотлайбыҙ!