Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
13 Июнь 2019, 14:04

“Ҡабырсаҡ” – Мәскәүҙә

“Мәҙәниәттәр берләшеүе – сәнғәттәр берләшеүе – Рәсәйҙең берләшеүе” III Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы Рәсәйҙең 41 төбәгенән халыҡ ижады жанрында эшләүсе меңдән ашыу музыкантты берләштерҙе.

Конкурс 2018 йылдың сентябренән апрелгә тиклем ике этапта үтте. Әлбиттә, конкурстағы сығыштарҙы абруйлы жюри баһаланы. Баһалама комиссияһын Мәскәү ҡалаһы мәҙәниәтенең почетлы хеҙмәткәре, Рәсәй сәнғәт академияһының почетлы ағзаһы Ольга Косибород етәкләне.

Бына, ниһайәт, Рәсәй көнөн байрам итер алдынан, 9 июндә, Мәскәүҙә гала-концерт үтте. Унда бөтә Рәсәйҙән яҡшыларҙан-яҡшыһы ғына ҡатнашыу хоҡуғы алды.

Гала-концертта ҡатнашыусыларҙы йәмғиәт эксперты – Урал, Себер, Алыҫ Көнсығыш федераль округтары менән эшләү буйынса етәксе Роман Билибин сәләмләне. Ул Рәсәй халыҡтары традицияларын һаҡлауҙың, тарихи хәтерҙе тергеҙеүҙең мөһимлеген билдәләп үтте.

Был ижади форумда Башҡортостан Республикаһы исеменән район Мәҙәниәт һарайының “Ҡабырсаҡ” фольклор коллективы (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова) “Туй бүләге” фольклор композицияһы менән сығыш яһаны. Беҙҙекеләр үҙҙәренең сағыу-лығы, дәрте менән мәскәүлеләрҙе хайран ҡалдырҙы һәм фестиваль йомғаҡтары буйынса I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.

Беҙ коллективты ысын күңелдән еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади үрҙәргә ирешеүҙәрен теләйбеҙ.

Мәсетле районының мәҙәниәт бүлеге.