Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
10 Июнь 2019, 18:01

Яҡташыбыҙ – “Мөғжизәләр яланы”нда!

14 июндә эфирға сығасаҡ күп кенә тамашасылар яратҡан “Мөғжизәләр яланы” күңел асыу программаһында яҡташыбыҙ, Һөләймән ауылында тыуып үҫкән мультиинструменталист Зәйнетдинды күрһәтәсәктәр. Ул беҙгә бының нисегерәк булыуы хаҡында һөйләне.

– Бала саҡтан уҡ мин яратҡан телешоуыма эләгергә хыялландым. Заявка менән бергә үҙемдең сығыштар видеояҙмаһын да ебәрҙем. Бына хыялым тормошҡа ашты – мине программала ҡатнашырға саҡырҙылар. Туғандарым бик ҙур ярҙам күрһәтте. Мәсетле районының хакимиәт башлығы Әнис Әсәҙуллинға айырым рәхмәт, – ти Зәйнетдин.

Тапшырыуҙы ҡарамай ҡалмағыҙ!