Әле яңы ғына районыбыҙҙа уҙған “Таланттар йондоҙлоғо” төбәк-ара бейеү фестивале районыбыҙҙа бейеү һәләтенә эйә балаларҙың күплеген күр-һәтте. Был ҙур конкурста үҙ йәш категорияларында бер туған Ҡотлоәхмәтовтар I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булдылар.
Сәнғәткә һөйөү һәм ҡыҙыҡ-һыныу кесе йәштән һалына. Рузил менән Лиананың да тәүге сығыштары балалар баҡсаһына йөрөгәндә була.
– Иртәлектәрҙә йырларға һәм бейергә ярата инек. Район Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә ҙур теләк менән сығыш яһаныҡ, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып йөрөнөк. Мәктәпкә йөрөй башлағас, мөмкинлектәребеҙҙе күреп, атай-әсәйебеҙ беҙҙе Балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегенә бирҙе. Нәҡ унда беҙ бейеү сер-ҙәренә төшөндөк: бал бейеүҙәрен, классик, халыҡ, заманса бейеүҙәрҙе өйрәндек. Ул дәрестәрҙе беҙ әле һағынып иҫкә алабыҙ, – ти Ҡотлоәхмәтовтар.
Сәнғәт мәктәбен тик “бишле” билдәләренә генә тамамлап, улар “Өлгөр” өлгөлө бейеү ансамбле составында сығыш яһауҙарын дауам итә, “Дуҫлыҡ хороводы-2017”, “Алтын майҙан-2016”, “Байыҡ-2017” конкурстарында ҡатнашалар.
Быйыл февралдә Лиана дуэт составында, ә Рузил триола “Байыҡ” республика телевизион конкурсының беренсе турын уңышлы үттеләр. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Таланттары менән балҡый Мәсетле ере” үҙешмәкәр сәнғәт район фестивалендә уларға “Өмөт” номинацияһында диплом тапшырылды.
– Бындай кимәлдәге сарала сығыш яһап, беҙ ҙур тәжрибә алдыҡ. “Еҙ үксә” ансамблендә сығыштарыбыҙҙы күреп, “Әй” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡырҙылар. Беҙҙең өсөн бейеү – ул яратҡан шөғөл генә түгел, ә күңел торошо, – ти Лиана.
Бөгөн улар мәктәп һәм район кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашып йөрөйҙәр. Рузил 11-се синыфты тамамлаһа, Лиана – 10-сыны. Тағы ла уларҙың 11 йәшлек ҡустылары Динар бар. Ул да бейергә ярата һәм сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегенә йөрөй. Ә иң мөһиме, улар ата-әсәләренән бейеү сәнғәтендә яҡлау һәм аңлау тапҡан.