Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
5 Апрель 2019, 16:04

Киләсәккә ышаныслы аҙым

Фәнни-инженер ижады өлкәһендә һәләтле йәштәрҙе асыҡлау маҡсатында “Киләсәккә аҙым” XXIV республика техник олимпиадаһы булды. Ситтән тороп ҡатнашыу этабы һөҙөмтәләре буйынса олимпиаданың финалына 120-нән ашыу уҡыусы саҡырылғайны. Беҙҙең райондан Башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Эмиль Баһманов ҡатнашты (уҡытыу-сыһы – Данияр Ғәниев).

Туранан-тура ҡатнашыу турын ул Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында үткәйне. Олимпиада заданиелары 10 мәсьәләне үҙ эсенә алып, уларҙы уҡыусылар өс сәғәт эсендә сисергә тейеш ине. Конкурс йом-ғаҡтары буйынса Эмиль почетлы өсөнсө урын яулап, “Электроника” йүнәлешендә призер булды.

Үҫмер егет үҙе тураһында уйлап табыусы булараҡ белгертеп өлгөрҙө лә инде. Ул тырышып физиканы өйрәнеп кенә ҡалмай, ә предмет буйынса белемдәрен практикала ҡуллана, күп эксперименттар яһай. Эмилдең һүҙҙәренсә, физик күренештәргә ҡыҙыҡһыныуы уның һигеҙенсе класта саҡта күренгән.

– Интернетта кешеләрҙең нисек итеп электр приборҙарын йыйыуҙары, ремонтлауҙарын күрҙем һәм ул мине илһамландырҙы, – ти ул.

Үҙенең уйлап табыу әйберҙәре өсөн деталдәрҙе ул ҡул аҫтындағы материалдарҙан йыя, йыш ҡына улар иҫкергән көнкүреш техникаһы. Ҡайһы берҙәрен интернет аша заказ биреп алырға тура килә. Күп көс һәм тир түгеүҙе талап иткән эшкә тотонор алдынан, Эмиль ҡоролманың дөрөҫ йыйылыуына һәм төҙөк эшләренә иҫәп тотоп, өҫтәмә әҙәбиәтте өйрәнә. Өйҙәге электр приборҙарының ҡоролошон белгәс, ул ватылған агре- гатҡа ваҡ ремонт яһай һәм йүнәтә ала.

Эмиль интеллектуаль конкурстарҙа һәм проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Әлеге уҡыу йылында ул физика буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында икенсе урын алған. Район ғилми-ғәмәли конференцияһында еңеүсе булған, унда үҙенең паять итеү станцияһын күрһәткән.

– Ундай ҡорамал магазиндарҙа ике мең һум самаһы тора. Ә миңә биш йөҙ һум самаһы кәрәк булды, – ти Эмиль.

Йәш уйлап табыусының пландарында – ошоға оҡшаш конкурстарҙа ҡатнашыуын дауам итеү, сөнки уларға әҙерләнеү, кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү уның аң даирәһен киңәйтә, белемен тәрәнәйтә. Бөгөн ул, ситтән тороп ҡатнашыу турын уңышлы үтеп, БР уҡыусыларының Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә ғилми-тикшеренеү эштәре республика конкурсына әҙерләнә.