Ҡариҙел ауылында “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” республика КВН-ы үтте. Унда Башҡортостандың 13 районынан уҡыусылар командалары ҡатнашты.
Республика бәйгеһен Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡариҙел районы бүлеге Ҡариҙел районының мәғариф бүлеге менән берлектә ойошторҙо. Был конкурс уҡыусыларҙың һәләттәрен күрһәтеү маҡсаты менән генә үткәрелмәй. Бында, тәү сиратта, уҡыу-сылар араһында уйын аша Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүҙе пропагандалау бурысы ҡуйыла.
Республика уйынында беҙ-ҙең район вәкилдәре лә ҡатнашты. Унда районда бына инде бер нисә йыл еңеү яулап килгән Башҡорт гимназияһы командаһы сығыш яһаны. Ул 8-10 класс уҡыусылары иҫәбенән төҙөлдө. Команда “Беҙҙең маҡсат – юлдарҙа тормош хәүефһеҙ булһын!” темаһына сәләмләү әҙерләне, “Әкренерәк барһаң – йырағыраҡ китәрһең” капитандар бәйгеһендә үҙҙәрен күр-һәтте, “Скутер: йөрөргә мөмкин!” музыкаль өйгә эштә сығыш яһаны. Командалар-ҙың сығыштары бик сағыу, тамашалы, ҡыҙыҡлы булды, әхлаҡи-этик нормалар үтәлде.
БР Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының полиция майоры Алина Әхмәтшина рәйеслегендәге жюри сығыштарҙы алты баллы система буйынса баһаланы. Урындар түбәндәгесә билдәләнде: III урын – Балтас районы, II урын – Асҡын районы, I урын – Борай. Гран-приға Яңауыл район командаһы лайыҡ булды. Беҙҙең район командаһы, һәр бәйгелә ышаныслы рәүештә урталыҡта барып, иң креатив команда булараҡ грамота менән бүләкләнде. Көнүҙәк темаға шаярыуҙар, уйлап сығарыуҙар, музыкаль сатира һәм юмор күрһәтә белеүҙә юғалып ҡалмау мөһим ине. Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәре өсөн күп асыштар яһаны, яңы нәмәләргә өйрәнде, тәжрибә тупланы һәм яңы дуҫтар тапты. Ә команда етәксеһе – Башҡорт гимназияһының социаль педагогы һәм музыка уҡытыусыһы Лилиә Мөхтәрова балалар араһында юл-транспорт травматизмын иҫкәртеүгә өлөш индергән өсөн БР Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының полиция капитаны Динар Зиннуровтан Рәхмәт хаты алды.