Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
17 Ғинуар 2019, 14:07

Эльвир Әсбапов – Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2018–2019 уҡыу йылында уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм аспиранттарына, шулай уҡ сит төбәктәрҙә уҡыған студенттарға Башҡорт-остан Башлығы стипендиялары тәғәйенләнде.

Әжекәй ауылында тыуып үҫкән Өфө дәүләт авиация техник университеты магистры, “Рәсәй-ҙең ТОП 100 яҡшы инженеры” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе, 3Д-моделләү һәм 3Д-баҫыу буйынса III “ВЗДумай” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе һәм финалында ҡатнашыусы, студенттар араһында машина төҙөүҙә өс үлсәүле моделләү буйынса IV асыҡ конкурс призеры, “Машиналар деталдәре һәм конструкциялау нигеҙҙәре” дисциплинаһы буйынса студенттарҙың республика олимпиадаһы призеры, күп һанлы техник конференцияларҙа ҡатнашыусы, төрлө статьялар авторы Эльвир Әсбапов уҡыу-ҙағы һәм фәнни-тикшеренеү эштәрендәге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына, шулай уҡ университеттың ғалимдар советы стипендияһына лайыҡ булды.

Әйтергә кәрәк, яҡташыбыҙ уҡыуҙы эш менән уңышлы алып бара. Ул – “Буринтех” фәнни-производство предприятиеһы ЯСЙ-һы инженер-технологы.

Эльвир Әсбапов кеүек маҡсатҡа ынтылыусан йәштәр ҙур ҡаҙаныштары менән районыбыҙҙы данлай. Бына кемдәргә тиңләшергә кәрәк мәктәп тамамларға торған уҡыусыларға. Уңыштар һиңә, Эльвир!