Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
10 Ғинуар 2019, 14:09

Мөғжизә бар

Кремлдә Президент шыршыһы

26 декабрҙә Мәскәүҙә ғәҙәттәгесә Кремль шыршыһы иң лайыҡлы балаларҙы үҙенә йыйҙы.

Бында балаларға “Ер шарының сере” тип исемләнгән сағыу тамаша тәҡдим ителде. Унда Ер шарының серен асыу һәм йыһан юлбаҫарҙарын еңеү өсөн төрлө рус халыҡ әкиәттәре персонаждары берләште. Сөнки ҡыштың төп байрамына ҡурҡыныс янай ине. Геройҙар “Фантазия” йыһан кораблендә мауыҡтырғыс сәйәхәт үтте.

Дәүләт Кремль һарайында барған Яңы йыл тамашаһында ҡатнашыусылар “Ҡыш бабай почтаһы”на инеп, хыялын үтәү теләге яҙылған хатты серле йәшниккә төшөрә алды.

Илдең төп шыршыһына беҙҙең райондан Башҡорт гимназияһының 8 “А” класс уҡыусыһы Анита Ғафарова бар- ҙы. Төрлө яҡлап һәләтле ҡыҙҙың уңыштары тос.

– Кремль һарайының ҙур залында яңы йыл шыршыһы урын алған ине. Ул ретро стилдәге уйынсыҡтар менән биҙәлгән. Спектакль алдынан күңелле дискотека, ҡыҙыҡлы конкурстар һәм уйындар булды. Сәғәт көндөҙгө 12-лә бик ҙур зал-да тамаша башланды. Ә аҙаҡ – спектакль. Балалар өсөн Ҡыш бабайҙың матбуғат хеҙмәте эшләне. Уның репортер-ярҙамсылары балаларҙан һәм уларҙың ата-әсәләренән тамаша, күңел асыу программаһы тураһындағы фекерҙәрен яҙып алды, шулай уҡ Яңы йылға ниндәй бүләк алырға теләүҙәрен һораны. Шулай уҡ беҙгә татлы бүләктәр тараттылар, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Анита.

Эйе, илдең иң яҡшы уҡыусылары иҫәбенән Мәскәүҙә үткән Дөйөм Рәсәй Яңы йыл шыршыһына эләгеү – ҙур бәхет!