Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
9 Октябрь 2018, 12:01

Инсаф Гран-при яуланы

Сентябрь һуңында Салауат районының Малаяҙ ауылында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте.

Был бәйгелә республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәгенән һәм Ҡариҙел районынан конкурсанттар ҡатнашты. Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсы уның йорт-музейында үтте. Шағир йөрәкле Салауат Юлаевтың әҫәрҙәрен һөйләүгә бар уҡыусылар ҙа ентекле әҙерләнгән. Улар иҫ киткес тәрән хистәр менән һуғарылды. “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире, шағирә, журналист Лариса Абдуллина конкурстың ҡунағы, баһалама комиссияһы ағзаһы булды. Уның тәрән фекерле әҫәрҙәре, Салауат Юлаевҡа бағышлап яҙған шиғыры бәйгеселәргә илһам өҫтәне.

Зональ конкурста беҙҙең егеттәр уңышлы сығыш яһаны. Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡыу-сыһы Юлдаш Хафизов өлкәндәр төркөмөндә II урын яуланы. Дыуан-Мәсетле мәктәбенән Инсаф Вәлиев урта кластар уҡыусылары араһында Гран-приға эйә булды. Әбдрәхим мәктәбенең башланғыс кластар уҡыусыһы Дмитрий Нурғәлин почет грамотаһы һәм махсус приз менән бүләкләнде.

Эльвира АБДРАХМАНОВА,

Дыуан-Мәсетле мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Әйткәндәй,

6-сы класс уҡыусыһы Инсаф Вәлиев бындай ижади бәйгеләрҙә тәү тапҡыр ғына ҡатнашмай. Былтыр ул “Урал-батыр” башҡорт халыҡ эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсында ҡатнашып, Шүлгән ролен башҡарҙы. Инсаф “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый, “Крайҙы өйрәнеү” түңәрәгенә йөрөй, ҡумыҙҙа уйнай. Буш ваҡытында шиғырҙар, шулай уҡ йәнлектәр һәм планеталар тураһында китаптар уҡырға ярата. Ул һәләттәрен асырға ярҙам иткән һәм үҙ көсөндә ышаныс тыуҙырған уҡытыусылары Флорида Һиҙиәт ҡыҙы менән Эльвира Дамир ҡыҙына рәхмәтле.

Инсафтың ата-әсәһе – ижади һәм тырыш кешеләр: әсәһе – башланғыс кластар уҡытыусыһы, атаһы – фермер. Улар һәр яҡлап балаларына ярҙамлашалар.