Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
22 Август 2018, 13:14

Һөләймән ауылы – икенсе этапҡа үтте

Өфөлә “Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы” конкурсының беренсе этабын йомғаҡлау буйынса конкурс комиссияһы ултырышы булды.

Конкурсҡа бөтәһе 47 заявка бирелгәйне – һәр муниципаль райондан берәр ауыл. Һөҙөмтәлә, ҡатнашыусылар араһынан 20 иң яҡшы ауыл һайлап алынды, шулар араһында – Мәсетле районының Һөләймән ауылы. Уларҙың барыһына ла икенсе этапта ҡатнашырға рөхсәт ителде. Был этапта “Башҡорт-остан юлдаш телевидениеһы” телеканалында финалистар презентацияһы, шулай уҡ интерактив тауыш биреү буласаҡ, ошоларҙың һөҙөмтәләре буйынса, комиссияның фекерен иҫәпкә алып, еңеүсе билдәләнәсәк.

Конкурс һәм конкурста ҡатнашыусылар тураһындағы тулы мәғлүмәтте “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге https://vk.com/selorb2018 төркөмөндә алырға була.