Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
7 Август 2018, 11:49

Ленария Мөслимова Ғәрәп Әмирлектәрен яулай

“Барыһы ла үҙ ҡулыбыҙҙа”, – икенсе йыл инде Ғәрәп Әмирлектәрендә эшләп, тыуған яҡтарына отпускыға ҡайт-ҡан Яңы Мөслим ҡыҙы Ленария менән һөйләшеүебеҙ шундай һүҙҙәр-ҙән башланды.

Туғыҙынсы класты Ленария Оло Ыҡтамаҡ ауылының Баш-ҡорт гимназияһында тамамлаған. Шунан Силәбегә әсәһе менән бер туған Луиза апаһына күсеп китә. Ул саҡта унда татар теле уҡытылған тәүге мәктәп асыла. Ҡыҙ татар теле буйынса Силәбеләге кеүек үк, Ҡазанда ла уҙғарылыусы конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Төбәк олимпиадаһында еңеүсе булараҡ, уға Ҡазан ҡалаһында урынлашҡан һәләтле балалар өсөн лагерға путевка бирәләр. Бында улар ял итеп кенә ҡалмай, ә татар теле һәм әҙәбиәтен тәрәнерәк итеп өйрәнә. Ленария бик йәшләй Ҡазанға ғашиҡ була. Ул тап шунда уҡырға хыяллана. Татарстандың баш ҡалаһына булған һөйөү уға яҡындарынан күскәндер, күрәһең. Өләсәһе, Әсмә Йосоп ҡыҙы, үҙ заманында Ҡазан педагогия институтын тамамлаған, ҡыҙҙары Линиза менән Луиза ла ошо уҡ уҡыу йортон бөткән. Әсмә Йосоп ҡыҙы, үкенескә күрә, беҙҙең көндәргә тиклем йәшәй алмай. Ул ейәнсәре өсөн идеал була. Әсмә Әхтәрова ғүмеренең күпселек өлөшөн Яңы Мөслим мәктәбендә татар телен уҡытыуға бағышлаған.

Ленарияның хыялы тормошҡа аша! Силәбе мәктәбен тамамлағандан һуң ул Ҡазан Волга буйы федераль университетының филология факультетына уҡырға инә һәм шунда уҡ университет тормошонда әүҙем ҡатнаша башлай. Уны төркөм старостаһы итеп һайлайҙар. Филология факультеты студенттарын форумдарға, йыйылыштарға, конкурстарға һәм башҡа саралар-ға саҡыралар. Бында Ленарияны Бөтөн донъя татарҙар конгресы Башҡарма комитетының йәштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре күреп ҡалып, үҙҙәренә саҡыра. Бына шулай итеп яҡташыбыҙ уҡыу менән һөнәри эшмәкәрлеген бергә алып бара башлай.

Квалификацияһын күтәреү маҡсатында Ленария төрөк һәм ғәрәп телдәрен өйрәнеү курстарын үтә, яҙма телмәрҙе лә, һөйләү телмәрен дә ирекле ҡулланырға өйрәнә, был уға Азия илдәренән килгән ҡунаҡтар менән осрашыуҙар уҙғарғанда ныҡ ярҙам итә. Бында эшләгәндә үҙенең милли тамырҙары менән бәйле эшмәкәрлек, кәйефен күтәргән һәм уны ижади эштәргә көйләгән эшмәкәрлек менән шөғөлләнә алыуынан ул үҙен бик уңайлы тоя.

Университетты тамамлағандан һуң баштан-аяҡ Татарҙар конгресы эшенә сума. Уның эшмәкәрлеге туранан-тура күрше төбәктәрҙән Ҡазанда уҡырға теләгән абитуриенттар менән бәйләнгән. Шулай уҡ ул күрше төбәктәр: Силәбе, Свердловск һәм Пермь өлкәләрендә, Башҡортостан Республикаһында һәм Марий Элда һәм башҡаларҙа уҙғарылыусы “Татар һылыуҡайы” матурлыҡ конкурсын ойоштороу буйынса эш төркөмө составында була.

2016 йылда уға Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Исмәғил Шәнгәрәевта матбуғат сәркәтибе булып эшләргә тәҡдим итәләр.

– Әлеге мәлдә Исмәғил Шәнгәрәев –Ғәрәп Әмирлектәрендәге иң уңышлы Рәсәй бизнесмены, шулай уҡ РФ һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенән килгән ҡунаҡтарҙан иң уңышлыһы, булһа кәрәк. Ул “ДАН” компаниялар төркөмөнә нигеҙ һалған, шул уҡ ваҡытта йәмәғәт эшмәкәре лә булып тора. Ғәрәп Әмирлектәрендә ул 2006 йылдан бирле йәшәй һәм эшләй. Тыумышы менән Ырымбур өлкәһендәге ҙур булмаған Бугурус-лан ҡалаһынан. Исмәғил Ҡәләм улының 12 балаһы бар. Өйҙә улар барыһы ла татарса һөйләшә, ә өйҙән сыҡҡас инде инглиз телен-дә аралашалар, – ти Ленария.

– Шуға күрә мин хатта Мәсетле районында ла балаларына туған тел уҡытыуҙан баш тарт-ҡан ата-әсәләрҙең булыуы аптырата. Мин үҙ телең менән, үҙ милләтең менән ғорурланырға кәрәк һәм һис бер осраҡта ла үҙ тамырҙарыңды оноторға ярамай, шулай уҡ һөйләшең кимәлендә генә булһа ла туған телеңде белергә кәрәк, тип иҫәпләйем.

Ленарияның вазифа бурыстарына РФ Сит илдәр эштәре министрлығынан, шулай уҡ донъяның башҡа сит илдәр эштәре министрлыҡтарынан килгән хаттар менән эшләү, Ғәрәп Әмирлектәрендә, Татарстан һәм Баш-ҡортостан республикаларында уҙғарылыусы форумдарға йөрөү һәм ойоштороу, башҡа күп нәмәләр инә.

– Бында барыһы ла бөтөнләй башҡа, башҡа менталитет, баш-ҡаса йәшәү рәүеше икәне аңлашыла. Башта был мосолман илендә ял көндәренең йома һәм шәмбе, ә йәкшәмбе эш көнө булыуына күнегеп китеүе ауыр булды. Мин корпоратив фатирҙа йәшәйем, трансфер бирелә. Татар, инглиз, ғәрәп һәм төрөк телдәрен камил беләм, ләкин офисыбыҙҙа нигеҙҙә татарса һөйләшәбеҙ, был миңә үҙемде өйҙән әллә ни алыҫ түгел итеп тойорға ярҙам итә, – ти Ленария йылмайып. – Тап ошонда мин Тыуған илемде, бар матурлығы менән үҙемдең Мәсетле районын ни тиклем яратыуымды аңланым. Барыһы ла үҙ ҡулыбыҙҙа. Бары тик үҙеңә маҡсат ҡуйырға, хыял уйлап табырға һәм маҡсатлы рәүештә уға барырға ғына кәрәк, – тип әңгәмәбеҙҙе йомғаҡланы Ленария. Был лозунг ябай ауыл ҡыҙына шундай бейеклектәргә ирешергә ярҙам иткән.

Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА.