24 июндән 29-на тиклем Анапа ҡалаһында “Йәй! Диңгеҙ! Бейеү!” халыҡ-ара сәнғәт фестиваль-конкурсы үтте. Һәләтле һәм про- фессиональ бейеүселәр араһында Яңы Мөслим ауылынан Фидәлиә Шәрифуллина ла бар ине, ул башҡорт һәм татар халыҡтарының иң яҡшы милли бейеүҙәрен башҡарып, “Халыҡ бейеүе” номинацияһында I һәм II дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды.
Фидәлиә Оло Ыҡтамаҡ ауылының Балалар сәнғәт мәктәбендә Рәғиҙә Сәхәүетдинова етәкселегендә “Фольклор бүлеге”йүнәлеше буйынса белем ала. Миәс дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хореография бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Әлеге ваҡытта Екатеринбург ҡалаһында йәшәй һәм Сведловск өлкә медицина колледжының “Йондоҙлоҡ” бейеү коллективы менән етәкселек итә. Ул ҡаланың йәмәғәт тормошонда ла ҡатнаша: Свердловск өлкәһенең башҡорт йәштәре ҡоролтайының баш-ҡарма комитеты, Свердловск өлкәһендәге Татарстан Респубикаһы Даими вәкиллегенең йәштәр ойошмаһы ағзаһы.
Фидәлиә өлгәшкәндәрендә генә туҡтап ҡалмай, ә һәр ваҡыт яңы бейеклектәргә ирешеп, яратҡан эшендә үҫешеүен дауам итә: төрлө форумдар, семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Шулай уҡ Урал дәүләт педагогия университетында ситтән тороп уҡый.
Уның бик күп һанлы наградалары араһында: “Шыма баҫ” төбәк-ара татар бейеү конкурсының – II (Екатеринбург ҡалаһы), “Малахит ҡумта” Халыҡ-ара фольклор ижады конкурсының – I (Санкт-Петербург), “Көнсығыш йондоҙо”район конкурсының I дәрәжә (Силәбе) дипломдары.
Ни өсөн хореограф һөнәрен һайланың, тигән һорауға, ул ошолой яуап бирҙе:
– Минең ғаиләмдә һәм туғандарым араһында ижади кешеләр юҡ ине, һәм мин сәнғәт мәктәбендә уҡый башлағас, улар ғәжәпләнде. Биш йыл буйына өйҙән 12 км алыҫлыҡҡа йөрөүе еңелдән булманы. Шуға ҡарамаҫтан, тырышлығым арҡаһында, шулай уҡ әсәйемдең ярҙамы менән, мин үҙемдең хыялымды тормошҡа ашырҙым – хореограф булдым. Мин үҙемдең эшемде яратам һәм ошо һөнәрҙе һайлауыма һис тә үкенмәйем. Минең маҡсатым – һәр көндө нимәгәлер өйрәнергә, үҫешергә, яҡшылыҡҡа ынтылырға, шулай уҡ үҙемдең тәрбиәләнеүселәремә өлгө булырға.