Мәсетле районы исеменән бәйгелә Дыуан-Мәсетле ауылы мәктәбенән дүртенсе класс уҡыусыһы Фирҙәүес Мөхәмәтова сығыш яһаны.
– Конкурс миңә бик оҡшаны, – тип һөйләй Фирҙәүес. – Беҙҙе, 130-ҙан ашыу ҡатнашыу-сыны, лагерҙың бөтә уңай- лыҡтары булған бүлмәләренә урынлаштырҙылар. Беренсе көндө беҙ Иҫке Собханғол ауылында парадта булдыҡ, район мәҙәниәт һарайында концерт ҡараныҡ, башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә музей асыу тантанаһында ҡатнаштыҡ.
Төштән һуң “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсы башланды. Еңеү теләге менән килгән бәйгеселәр үҙҙәрен төрлө яҡтан күрһәтте: өзләнеләр, төрлө музыка ҡоралдарында уйнанылар, эпосты матур итеп һөйләнеләр. Мин дә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырыштым. Йәрәбә буйынса 38-се булып, сығышымды “Урал батыр” йыры менән башлап ебәрҙем. Ҡумыҙҙа ла уйнаным, эпостың бер нисә юлын өзләп күрһәттем. Мин “Өмөтлө киләсәк” номинацияһында еңеү яуланым.
Матур тәбиғәтле Бөрйән ерендә бик күп дуҫтар таптым. Ағиҙел йылғаһында һыу индек, төрлө уйындар уйнаныҡ, сығыш яһарға ла өлгөрҙөк. “Синяя птица” Бөтә Рәсәй йәш таланттар конкурсында ҡатнаш-ҡан, өс йыл рәттән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп беренсе урын алған, быйыл Гран-при яулаусы Ләйсән Золотарева менән танышып, дуҫлашыуыма бик шатмын.
Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусылары беҙгә күңелһеҙләнеп ултырырға бирмәне. Улар дәртле бейеүҙәре, моңло йыр-ҙары менән беҙҙе ҡыуандырҙы, төрлө конкурстар үткәрҙе. Дискотека ла булды. Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт ойошторолдо. Уның эсендә булдыҡ, фотоға төштөк, иҫтәлеккә төрлө сувенирҙар һатып алдыҡ.
Эпосты күберәк ятлап, киләһе йылда ла сығыш яһау теләге менән янып ҡайттым. Ошо сәйәхәтте ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәтемде белдерәм.
Һүрәттә: Фирҙәүес Мөхәмәтова (һулдан) Ләйсән Золотарева менән.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.