Бөтә яңылыҡтар

Айҙар Рафиҡов Ҡыҙыл майҙан буйлап марш менән үтәсәк

Ошо көндәрҙә Алабинола беҙҙең хәрбиҙәр Еңеү көнө хөрмәтенә хәрби парад репетициялары үткәрә. Улар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар. Мәҫәлән, районыбыҙ типографияһының элекке хеҙмәткәре Рәсимә Рафиҡованың ейәне – Нахимов исемендәге Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы юғары хәрби-диңгеҙ училищеһы курсанты, Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһын тамамлаусы Айҙар Рафиҡов. Училище Севастополь ҡалаһында урынлашҡан.

Айҙар йәштәштәре менән бергә данлыҡлы Ҡыҙыл майҙан буйлап марш менән үтәсәк. Был шуныһы менән иҫтәлекле – уның ҡарт олатаһы, Борғатъя ауылының беренсе тракторсыһы Фазылйән Рафиҡов үҙенең Т-34 танкында ошо уҡ Ҡыҙыл майҙанда 1941 йылдың 7 ноябрендә парадта ҡатнашҡан. Ул үҙенең танк полкы составында Мәскәүҙе обороналағанда ҡатнашҡан һәм яугир бурысын намыҫ менән үтәгән.

Тағы ла бер хәл. Туғандарыбыҙ тағы ла бер Ватан һаҡсыһы, отставкалағы I ранг капитаны Фларит Ғәләүевтың Диңгеҙ генераль штабы Академияһында уҡыуын тамамлағандан һуң Нахимов исемендәге хәрби-диңгеҙ училищеһында уҡытыуы менән ғорурлана. Ләкин СССР тарҡалғандан һуң Владивостокка китергә мәжбүр була, унда ла училищела уҡыта. Украина властары йәш ғалимды, бар тырышлыҡтарын һалып, үҙҙәре яҡҡа ауҙарыр-ға тырыша. Бының өсөн Флариттың милләте буйынса украинка булған ҡатынын да эшкә егәләр. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, Фларит үҙ антына тоғро ҡала.

Бөгөн Фларит Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған, социология профессоры, бер нисә уҡыу йортонда эшләй. Айҙарҙың тап ошо хәрби моряк һөнәрен һайлағаны өсөн бик шат.

9 майҙа беҙ ғорурлыҡ менән Еңеү парадын ҡараясаҡбыҙ. Бәлки беҙ колоннала Айҙарҙы күрмәбеҙ, әммә уның һынатмаясағына, Тыу-ған илебеҙҙең ысын һаҡсыһы буласағына иманыбыҙ камил.

З. ӘЙЛИН,

журналист.