12 апрелдә Салауат районының Малаяҙ ауылында “Беҙ – Салауат тоҡомдары” конкурсы үтте. Был ҙур сараны ойоштороусылар үҫеп килеүсе быуында үҙ халҡына һәм тарихи үткәненә һөйөү, сәләмәт милли ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләүҙе, башҡорт хал-ҡының милли геройы Салауат Юлаевтың исемен популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Конкурс ике йүнәлештә барҙы: үҫмер егеттәр араһында – “Салауат батыр”, ҡыҙҙар араһында – “Йөҙөк ҡашы – Зөләйха”. Ҡатнашыусылар “Ғаиләм – байлығым” темаһына видеопрезентация менән визитка тәҡдим итергә, үҙҙәре һайлап берәй ҡобайыр, йә халыҡ йыры йәки халыҡ бейеүен башҡарырға, ҡурайҙа йә ҡумыҙҙа уйнарға тейеш ине. Шулай уҡ С. Юлаев шиғырҙарын иң тасуири уҡыу буйынса шиғри бәйгелә ҡатнаштылар. Иҙел үҙенең шәжәрәһен күрһәтте, Зәлиә башҡорт милли аштарын һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәт изделиеларын әҙерләп алып барҙы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Иҙел Абдрахманов I урын алды, Зәлиә Исламова “Илһөйәрлек рухы” номинацияһында еңеүсе булды. Уҡыусыларыбыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ, сөнки алда уларҙы сығарылыш имтихандары көтә!