Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
12 Февраль 2018, 16:51

Кубок та яуланы, автомобиль дә отто

Һөләймән ауылынан Айгиз Зәйнетдинов милли көрәш буйынса Өфө ҡала округы Хакимиәте башлығы кубогын яуланы һәм автомобилгә эйә булды.


Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Ирек Ялалов (уңда)

һәм Айгиз Зәйнетдинов.



Ҡала Хакимиәте башлығы кубогына милли көрәш буйынса традицион асыҡ турнирҙың финал этабы 7 февралдә “Динамо” стадионында булды. Быйылғы турнир үҙ майҙанына республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан төп приз – автомобиль өсөн көрәшкән 70-тән ашыу батыр- ҙы йыйҙы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы һәм спорт һөйөүселәрҙе баш ҡала муниципалитеты башлығы Ирек Ялалов сәләмләне:

– Милли көрәш – быуаттар дауамында үҙ традициялары форма- лашҡан айырым спорт төрө. Турнир-ҙы ойошторғанда беҙ милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм милли көрәште тағы ла популярлаштырыу маҡсатын күҙ уңында тоттоҡ, – тине Ирек Ишмөхәмәт улы.

Һәр ауырлыҡ категорияһында үҙ еңеүселәре билдәләнде. Айгиз Зәйнетдинов 90 кг һәм унан ауырыраҡтар категорияһында иң шәп көрәшсе тип танылды.

Әйтергә кәрәк, Айгиз Зәйнетдинов милли көрәш менән дүрт йәшенән мауыға. Тәүге еңеүен ул Һөләймән ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында яулай. Уның яңыраҡ ирешкән уңыштарына былтыр “Урал кубогы” Бөтә Рәсәй турнирында икенсе урын алыуын индерергә мөмкин. Айгиз көрәш буйынса Башҡортостан һәм Рәсәй чемпионы була.

Еңеүселәргә миҙалдар һәм иҫтәлекле приздарҙы Рәсәйҙең Көрәш Федерацияһы (Мәскәү ҡалаһы) вице-президенты Рәүил Ноғоманов, спорт ветераны, РСФСР-ҙың көрәш буйынса спорт мастеры Фәнис Уразбахтин, “Госстрой” ААЙ-һының директорҙар советы рәйесе Кирилл Бадиков, композитор Рим Хәсәнов һәм башҡалар тапшырҙы.

Ә төп приз – автомобилгә Айгиз Зәйнетдинов эйә булды! Үҙ ауырлыҡ категорияларындағы еңеүселәр араһында автомобилгә эйә булыу бәхете лототрон ярҙамында билдәләнде. Спорт байрамын арҙаҡлы йәш яҡташыбыҙ Заһир Зәйнетдинов, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Диана Ишниязова, республиканың атҡаҙанған артистары Венер Камалов менән Фирүзә Париждың, шулай уҡ “Гүзәл-данс” бейеү ансамбле сығыштары биҙәне.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.