Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
29 Ғинуар 2018, 17:11

Беҙҙең футболсылар уңышлы сығыш яһаны

16-20 ғинуарҙа Башҡорт-остан Республикаһының XX уҡыусылар спартакиадаһына ярашлы мини-футбол буйынса республика финал ярыштары үтте.


Тренер Динат Абдрахманов тәрбиәләнеүселәре: ҡапҡасы Алһыу Сафина һәм уйынсылар Резида Абдрахманова,

Гөлназ Абдрахманова, Айгүзәл Нурыева, Гөлйемеш Нурыева, Нәргизә Хөснуллина, Лидия Хисмәтуллина, Лидия Шаһиева.



Ярыштарҙа төньяҡ-көнсығыш райондары исеменән Яңы Яуыш мәктәбе егеттәре һәм ҡыҙҙары ҡатнашты.

Егеттәр алтынсы урын алды. Ҡыҙҙар командаһы яҡшы һөҙөмтә күрһәтте һәм, бары тик Өфө спортсыларынан ғына ҡалышып, пьедес-талдың икенсе баҫҡысына күтәрелде.

Мини-футбол буйынса Яңы Яуыш командаһы өс йыл элек барлыҡҡа килгәйне. Уҡыусылар менән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Динат Абдрахманов һәм Яңы Яуыш мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Илнур Мофазалов шөғөлләнә.

Афарин, ҡыҙҙар!

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.