Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
18 Декабрь 2017, 17:50

Мәсетлеләр еңеүгә өлгәште!

“Аҡ тирәк” һәм “Өлгөр” коллективтары башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың “Байыҡ” республика телевизион конкурсында беҙҙең район исеменән уңышлы сығыш яһаны.

Быйыл телевизион конкурс үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо ваҡыт эсендә Өфөгә Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, шулай уҡ яҡындағы һәм алыҫ сит илдәрҙән һигеҙ меңгә яҡын бейеүсе һәм ҡунаҡ килде.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән гала-концертта 550-нән ашыу бейеүсе ҡатнашты. Быйыл байрамға Ҡаҙағстандан, Төньяҡ Осетия-Аланиянан, Татарстандан, Мәскәүҙән башҡарыусылар һәм коллективтар саҡырылған ине.

Беҙҙең район исеменән сығыш яһаусы коллектив бейеүселәренең һәм етәкселәренең маҡсатҡа ныҡышмалы ынтылышы үҙ һөҙөмтәһен бирҙе.

“Өлгөр” өлгөлө бейеү ансамбле йәштәр араһында III дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды. Уларҙың уңышында ансамбль етәксеһе Зарифйән Ғариповтың өлөшө ҙур.

Үҙендә милли колоритты һаҡлаған һәм тамашасылар иғтибарына юғары башҡарыу кимәлендә тәҡдим ителгән үҙенсәлекле бейеү өсөн район Хакимиәтенең “Аҡ тирәк” ансамбле фольклор ансамблдәре араһында иң яҡшыһы тип табылды һәм гран-приға эйә булды. Коллектив ситек итеп эшләнгән статуэтка һәм конкурс дипломдары менән бүләкләнде. Был уңышҡа етәксе – бейеүҙе ҡуйыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова арҡаһында ирешелде.

“Байыҡ-2017” конкурсы продюсеры Рита Өмөтбаева: “Был һөнәри булмаған конкурс, унда Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша һәм юғары урындарға лайыҡ була”, – тип билдәләне.

Ошондай сағыу һәм күләмле бейеү конкурсында ҡатнашыу ижади үҫешкә бик ҡеүәтле этәргес булып тора һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итә.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.