Беренсе тапҡыр был бәйге 2005 йылда уҙғарылғайны һәм төбәктең эшлекле тормошонда һәр йылғы әһәмиәтле ваҡиғаға әүерелде.
Быйыл республиканың ете ҡалаһы (46 заявка) һәм 29 районы (56 заявка) эшҡыуарҙарынан конкурсҡа 102 заявка килгән. Уларҙың иң күбеһе Күмертауҙан – 24, Өфөнән – 13, Бәләбәй, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарынан – 4-шәр булған.
“Йыл эшҡыуары-2017” конкурсын Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, “Башҡортостан Республикаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡ микрокредит компанияһы”, “Башҡортостан Республикаһының сауҙа-сәнәғәт палатаһы” берлеге, “Эшлекле Рәсәй” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе, “Рәсәй терәге” Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе.
“Ауыл хужалығы өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары” номинацияһында шәхси эшҡыуар – КФХ башлығы Владимир Рихтер (Дәүләкән районы) еңеүсе тип танылды. “Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Илдар Ниғәмәтйәнов (Мәсетле районы) һәм шәхси эшҡыуар – КФХ башлығы Ғилемйән Ғәйнетдинов (Илеш районы) лауреат булдылар.
Еңеүселәр һәм лауреаттар “Производство өлкәһендә (урта предприятие) иң яҡшы йыл эшҡыуары”, “Производство өлкәһендә (микропредприятие) иң яҡшы йыл эшҡыуары”, “Аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары”, “Иң яҡшы ауыл хужалығы ҡулланыу-сылар кооперативы”, ”Ваҡлап һәм күмәртәләп һатыу өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары”, “Эске туризм өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары” номинацияларында ла билдәләнде. Шулай уҡ “Һөҙөмтәлелек һәм үҫеш”, “Милли традицияларға тоғролоҡ”, “Ҡортсолоҡто үҫтереүгә өлөш индергән өсөн” махсус номинацияларында еңеүселәрҙе билдәләп үттеләр.
Конкурсҡа йомғаҡ яһау тантанаһында республика дәүләт власы һәм идара органдарынан, төбәктең бизнес ширҡәтенән һәм төп киң мәғлүмәт сараларынан 200-ҙән ашыу вәкил ҡатнашты. Ҡатнашыусылар фекеренсә, сара республиканың эшлекле тормошонда йәнә бер иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе булды.