Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
16 Ноябрь 2017, 02:00

Эльвир Әсбапов – Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе!

Әжекәй мәктәбенең математика уҡытыусыһы Зөлфиә Риф ҡыҙы һәм МВД ветераны Руслан Роберт улы Әсбаповтар яңыраҡ шатлыҡлы хәбәр алды – уларҙың улы Эльвир Әсбапов “ТОП 100 лучших инженеров России” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды. Эльвир Әжекәй мәктәбенең 9-сы класын бөткәс, уҡыуын Мәсәғүт ауылындағы республика лицей-интернатында дауам итә. Уҡыу дәүерендә күп тапҡыр һәр төрлө олимпиадаларҙа һәм конкурстар- ҙа еңеүсе һәм призер була. Мәктәпте алтын миҙал һәм “отличие”лы аттестатҡа тамамлап, 2013 йылда Эльвир “Мехатроника һәм робототехника” йүнәлеше буйынса Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инә. Маҡсатлы, талантлы егет юғары уҡыу йортонда ла бик яҡшы уҡый. 2017 йылда ӨДАТУ бакалавриатын ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм ошо уҡ һөнәр буйынса магистратура белемен үҙләштерергә ҡарар итә. Параллель рәүештә “Самолеттар, вертолеттар һәм двигателдәрҙе ремонтлау һәм эксплуатациялау” йүнәлеше буйынса хәрби-техник институт тамамлап, запастағы офицер званиеһын ала. Полную версию статьи читайте в газете №91 от 14 ноября 2017 г.