Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
31 Август 2017, 02:00

Яуыш ветеринары – иң яҡшыларҙың береһе

31 августа ветеринария табиптары һөнәри байрамдарын билдәләне. Ошо ваҡиға алдынан Ейәнсура районында республиканың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен ҙурлап ҡотланылар. “Иң яҡшы ветеринария пункты мөдире” номинацияһында Яңы Яуыш ауыл биләмәһенән Әнфрит Әнүәр улы Исламов еңеүсе тип танылды. Зөһрә ҒӘНИЕВА. “Медицина табибы кешене дауалай, ә ветеринария табибы – кешелекте”. Иван Павловтың тапҡыр әйтемгә әйләнгән был һүҙҙәре Әнфрит Әнүәр улының бөтөн тормошона йоғонто яһаған. 90-сы йылдар башында Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлап, йәш белгес хеҙмәт юлын бик үк еңелдән булмаған заманда башлай – БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозда ни бары 9 йыл эшләп өлгөрә. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында ҡайһы бер йәштәштәре, һайлаған һөнәрҙәрен ҡалдырып, “оҙон” аҡса артынан сығып киткәндә, ул кешелеккә хеҙмәт итергә тороп ҡала. Ни өсөн ул тап ошо һөнәрҙе һайлаған, тигән һорауға яуап бик ябай ғына булды. Район чемпионы титулына эйә булған малсы Әнүәр менән алдынғы һауынсы Сәлимәнең улы, ата-әсәһе ал-ял белмәй колхоз производствоһын күтәргән ваҡытта, ситтә тороп ҡала алмай. Төрөпкилде ауылы егетенең киләсәге ана шул саҡта уҡ билдәләнгән була. Бөгөн инде ҙур тәжрибәгә эйә булған ветеринар йәш сағында ҡабул ителгән ҡарарына һис кенә лә үкенмәй. – Ауылда эш етерлек, – ти әңгәмә-сем. – Ғәҙәттәге табиптарҙыҡы кеүек үк беҙҙең дә эш ваҡыты нормаға һалынмаған. Ауылдаштар ярҙам һорап төндә лә мөрәжәғәт итә. Әнфрит Әнүәр улы ике күрше ауылдың: Яңы Яуыш менән Иҫке Мишәрҙең ихаталарын йөрөп сығырға өлгөрә. 263 хужалыҡта 711 баш һыйыр малы һәм 961 кәзә-һарыҡ аҫрайҙар. Ветеринар көҙгө һәм яҙғы эшкәртеүҙе ваҡытында үткәрә, анализға материалдар алып, уларҙы артабан тикшереү өсөн Мәсәғүткә алып бара. Малдарҙың ғына түгел, ә эт-бесәй, бал ҡорттарының да үҙҙәрен нисек тойоуы уның ваҡытында сара күреүенә, атап әйткәндә, улар-ҙың анализын алыуына бәйләнгән.Бына шундай һоҡланғыс кеше йәшәй арабыҙҙа һәм тап шундай уңғандар тотоп тора ла инде ауылды.