Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
18 Октябрь , 14:30

Мәсетле районы үҫешенә өлөш индергән өсөн хөрмәт күрһәтелде

10 октябрҙә район Мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы концерт уҙҙы.

Мәсетле районы үҫешенә өлөш индергән  өсөн хөрмәт күрһәтелде
Мәсетле районы үҫешенә өлөш индергән өсөн хөрмәт күрһәтелде

Сарала Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Владислав Сидоркин, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Вадим Саҙиҡов һәм Мәсетле районы Советы секретары Владимир Новоселов ҡатнашты.
Юғары профессионализм, район үҫешенә өлөш индергән өсөн һәм Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеүгә бәйле район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән Оло Аҡа мәктәбе ашнаҡсыһы Нурия Әхәтова, Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһенең “Ағ-инәйҙәр” ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро етәксеһе Гөлназ Әхмәтханова, Мәсетле районы буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәге инспекторы Әлфиә Ғәлимова, Яңы Мишәр ауыл советы йыйыштырыусыһы Әлфирә Ғарипова, Әләгәҙ ауыл Советы депутаты Денис Рамазанов, Оло Ыҡтамаҡ ауыл хакимиәте башлығы урынбаҫары Денис Хәлилов, Мәсетле районының электр селтәрҙәре начальнигы Динарис Шакиров, Оло Ыҡтамаҡ ауыл хакимиәтенең беренсе категориялы белгесе Эльвера Йосопова бүләкләнде.
Юғары һөнәри оҫталыҡ, намыҫлы хеҙмәт өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хатын Мәсетле районындағы “Беренселәр хәрәкәте” бүлексәһе эшен ойоштороу буйынса баш белгес Миләүшә Ғибәҙуллинаға, Йәштәр үҙәге директоры Алия Романоваға һәм Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы депутаты Вәрис Фәтиховҡа тапшырҙылар.
Шулай уҡ ғаилә тормошо юбилярҙары Рәсимә һәм Хәнифйән Әхмәтйәновтарға, Зифа һәм Ғәзизйән Ғәниевтарға, Мәрзиә һәм Рәмил Ғилметдиновтарға, Дания һәм Баязит Ғиниәтовтарға, Лилиә һәм Таһир Дәүләтбирҙиндарға, Надежда һәм Николай Корлыхановтарға, Нина һәм Владимир Мальцевтарға, Любовь һәм Евгений Русиновтарға, Татьяна һәм Валерий Худяковтарға, Зилура һәм Зәйнулла Йомағужиндарға бүләктәр тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм алтынсы саҡырылыш Мәсетле районы Советы депутаттарын һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса әүҙем гражданлыҡ позицияһы, шәхси өлөш индергән өсөн Мәсетле районы Советының Почет грамотаһы менән участка һайлау комиссияһы секретарҙары Регина Баһауетдинова (3476-сы) һәм Гөлдәр Солтанова (3474-се), участка һайлау комиссияһы рәйестәре Ольга Балдина (2633-сө), Миләүшә Ғарипова (2628-се), Елена Ғилметдинова (2627-се), Гөлназ Денисова (2629-сы), Наталья Шлезингер (2604-се), Марс Хужин (2603-сө), шулай уҡ 2604-се участка һайлау комиссияһының блогер-күҙәтеүсеһе Регина Ғилманова һәм 2605-се участка һайлау комиссияһы ағзаһы Зөлфирә Кулова бүләкләнде.
Намыҫлы һәм уңышлы хеҙмәт, юғары профессионализм өсөн Мәсетле районы Советының Почет грамоталарын Ҡорғат ауыл Советы депутаттары Рәмил Аҡмалов менән Рәдиф Зыялетдиновҡа, Йонос ауыл советынан Айып ауылы старостаһы һәм депутат Ҡасим Әхкәмовҡа, Дыуан-Мәсетле ауыл Советы депутаты Марс Мөхәмәтйәновҡа һәм Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы депутаты Анзалита Мусинаға тапшырҙылар.

Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: