Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
10 Октябрь , 12:00

Дан һәм хөрмәт һиңә, уҡытыусы!

Район Мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы.

Дан һәм хөрмәт һиңә, уҡытыусы!
Дан һәм хөрмәт һиңә, уҡытыусы!

Унда район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Вадим Саҙиҡов, район мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡадирова һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район ойошмаһы рәйесе Наталья Ахунова ҡатнашты.
“Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре” исеме Башҡорт гимназияһының химия уҡытыу-сыһы Лилиә Вәлиеваға һәм Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластар уҡытыу-сыһы Рита Мәғәсүмоваға бирелде (һүрәттә).
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһын Яңы Яуыш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Абдрахмановаға һәм Әжекәй мәктәбе етәксеһе Альберт Солтановҡа тапшырҙылар.
“Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһе менән күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Оло Ыҡтамаҡ лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Хорамшина бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хатын 2024 йылда төп дәүләт имтиханын ойоштороу һәм үткәреүҙең юғары профессиональ кимәле өсөн Оло Ыҡтамаҡ лицейының физкультура уҡытыусыһы, имтихан уҙғарыу пункты аудиторияһынан тыш ойоштороусы Рәшит Хәмитовҡа тапшырҙылар.
Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән Дыуан-Мәсетле мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәнисә Абдрахманова, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зөлфирә Абдуллина, лицей психологы Эльмира Дилмөхәмәтова, Яңы Мишәр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгөл Хафизова, Дыуан күп профилле колледжы Оло Ыҡтамаҡ филиалының производствола өйрәтеү оҫталары Ринат Вәлиев һәм Әлфиә Сибәғәтуллина, математика уҡытыусыһы Басир Дилмөхәмәтов һәм тарих уҡытыусыһы Альбина Хужина бүләкләнде.
Мәғариф бүлегенең Почет грамотаһына үҫеп килгән быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн Башҡорт гимназияһының математика уҡытыусыһы Әлфирә Ғәлиәскәрова һәм Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең технология уҡытыусыһы Фәнил Йәнтүрин, Түбәнге Бобин ауылының “Василек” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Юлия Сарапулова лайыҡ булды.
“Класс етәксеһенең бишенсе сиреге” район конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Унда өсөнсө урынды Әләгәҙ мәктәбе етәксеһе Эльмира Зәләева яуланы, икенсе урынды – Дыуан-Мәсетле мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Хисамова, беренсе урынға Әләгәҙ мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфиә Нәжипова лайыҡ булды.
Республика профсоюз комитетының Почет грамотаһы менән Йонос мәктәбенән Рәйхана Вәхитова, Оло Аҡа мәктәбенән Альбина Дәүләтбаева, Ләмәҙтамаҡ мәктәбенән Гүзәл Ғәниева, Башҡорт гимназияһынан Гөлназ Ниғәмәтйәнова һәм Әжекәй мәктәбенән Розалия Мөжипова, Оло Ыҡтамаҡ лицейы китапханасыһы Гөлнара Ғәлимйәнова, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы Лилиә Мөхөбуллина бүләкләнде.
Мәсетле районы профсоюз ойошмаһының Почет грамотаһы Әжекәй мәктәбенең химия һәм биология уҡытыусыһы Фларит Солтановҡа, Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең хеҙмәт, “Хәүефһеҙлек һәм Тыуған илде һаҡлау нигеҙҙәре” предметы уҡытыусыһы Фәнил Йәнтүринға, Яңы Мишәр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Нотфуллинаға, Яңы Яуыш мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Рәзилә Күсәбирҙинаға һәм Түбәнге Бобин мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Светлана Чубароваға тапшырылды.
Мәсетле районы профсоюз ойошмаһының Рәхмәт хаты менән Яңы Мишәр мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыһы Гөлминаз Хисамова, Яңы Яуыш мәктәбе етәксеһе Гөлнара Абдрахманова һәм Дыуан-Мәсетле мәктәбе етәксеһе Анфиса Ғәйнетдинова бүләкләнде.
Райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн мәҙәниәт бүлегенең рәхмәт хаттары “Ромашка” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Рәлиә Шәйәхмәтоваға, “Башаҡҡай” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Рита Кучероваға, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Сабина Әхйәмоваға, “Миләш” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Альбина Закироваға, “Светлячок” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ирина Исаеваға, Башҡорт гимназияһының музыка уҡытыусыһы Лилиә Мөхтәроваға, Әләгәҙ мәктәбе уҡытыусылары Эльмира Зәләеваға һәм Әлфиә Әхмәроваға тапшырылды.
Шулай уҡ “Светлячок” балалар баҡсаһының йәш тәрбиәселәре Элиза Әфләтуноваға һәм Анастасия Томиловаға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байрам сараһына үҙҙәренең музыкаль номерҙарын район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, “Миләш”, “Ромашка” һәм “Башаҡҡай” балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ лицейы һәм Башҡорт гимназияһы уҡыусылары бүләк итте.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: