Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яландарҙа – салғы сыңы!

Оло Аҡа ауылында бесән сабыу халыҡ кәсебен, урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән “Салғы сыңы” фольклор байрамы уҙҙы. Ойоштороусыһы – Оло Аҡа ауыл биләмәһе хакимиәте.

Яландарҙа – салғы сыңы!
Яландарҙа – салғы сыңы!

Байрам ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларҙы Оло Аҡа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Вадим Шаһибитдинов сәләмләне. Шулай уҡ сарала райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡадирова, Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш инженеры Ирек Батталов, Мәсетле районы хакимиәтенең халыҡ менән эшләү һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев ҡатнашты.
Илнур Мөхәмәтнур улы үҙенең телмәрендә халыҡ йолаларын һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне, шулай уҡ Украинала махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу дауам ителеүен хәтергә төшөрҙө. “Яҡташтарыбыҙ айырыуса маскировка селтәр-ҙәренә мохтаж”, – тип билдәләне ул.
Сарала Оло Аҡа, Яңы Мөслим, Әләгәҙ һәм Абдулла ауылдары халҡы әүҙем ҡатнашты. “Бесән сабыусылар” конкурсында ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ярышты, улар бер рәткә теҙелеп баҫып, бүленгән участканы сабыуҙа үҙ оҫталығын күрһәтте. Салғы менән сабыу ваҡыты ғына түгел, шулай уҡ сифаты, ҡалған үлән оҙонлоғо ла баһаланды. Был эштә олоаҡалар иң шәбе һәм оҫтаһы булып танылды. Ә япраҡ бәйләүҙә әләгәҙҙәр беренсе урынға сыҡты. “Самауыр ҡайнатыу” конкурсында абдуллаларҙың сәйе иң беренсе әҙер булды.
Әләгәҙ, Абдулла, Яңы Мөслим ауылдары, шулай уҡ Зөлфирә Сәлимова етәкселегендә “Зөбәржәт” үҙешмәкәр ансамбль артистарының сығыштары байрамды йәмләм ебәр-ҙе.
Фольклор сараһы “Урман ашы” яланында конкурстарҙа еңеүселәрҙе бүләкләү, усаҡта бешкән былау менән һыйланыу һәм самауырҙан сәй эсеү менән тамамланды.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: