Ул барыһына ла өлгөрә: үҙ эшен үҫтерергә лә, ғаилә менән сәфәр ойошторорға ла. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Лидия Бәһәмәнова – уңған ҡатын, һөйкөмлө ике бала әсәһе.
Ул Оло Ыҡтамаҡ лицейын тамамлаған, бер үк ваҡытта Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә уҡый. Һуңынан Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжына инә.
– Ижади һәләтемде өләсәйем башлап күрҙе, – тип һөйләй Лидия Рәфҡәт ҡыҙы. – Мин бала саҡтан сәс үрергә һәм ҡыҙ туғандарыма төрлө прическалар яһарға яраттым. Ә үҫә төшкәс, әсәйемдең косметикаһын алып, эксперимент, төрлө образдар яһай башланым. Тәүҙә был минең мауығыуым ғына ине, ә хәҙер – килем килтергән һөнәр.
Лидия 2010 йылда керпектәрҙе үҫтереү буйынса тәүге уҡыу үткән. Һуңынан маникюр, макияж һәм башҡа эштәр башҡарырға өйрәнә. Хәҙер уның “Лидия” матурлыҡ студияһы бар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: оҫтабикәнең махсус уҡыу үткән сертификаттары бик күп. Уға Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ғына түгел, райондың башҡа ауылдарындағы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа яҙыла. Сөнки һәр кем матур булырға теләй. Шуға күрә эш графигы сәғәте менән билдәләнгән.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 3 мартының 9-сы һанында уҡығыҙ.