Лена Фазылова – ижади ҡатын, ул үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, ярат- ҡан әсәй, ҡатын, өләсәй, оҫта хужабикә булараҡ та билдәле.
Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған Лена Рәүил ҡыҙы өс ҡыҙ араһында кесеһе була.
– Дүрт йәшемдә уҡырға өйрәндем, – тип һөйләй ул. – Әсәйем мине китапханаға үҙе менән йыш ала торғайны, унда төрлө китаптар уҡыным. Китапханасы минең ошо йәштә уҡый белеүемә ышанманы, шуға күрә ул уҡығанымды һөйләп биреүҙе һорай торғайны. Башланғыс кластарҙа үҙемдең тәүге шиғырҙарымды яҙа башланым. Миңә шулай уҡ йырлау бик оҡшай ине, радио тыңлап, шунда уҡ йырҙарҙың һүҙҙәрен ятлап, уларҙы көйләп йөрөнөм. Башланғыс кластарҙа Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен, повесть һәм хикәйәләрҙе уҡый башланым.
Мәктәпте тамамлағандан һуң ауыл мәҙәниәт йортонда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Ситтән тороп Өфө китапхана техникумына уҡырға инә. Һуңынан үҙенең мәктәбенә секретарь-эш алып барыусы булып эшкә урынлаша, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыуын дауам итә. Юғары белем алғандан һуң Дыуан-Мәсетле мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, шулай уҡ Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса уҡытыу-сы булып эшләй. Был һөнәргә 23 йыл ғүмерен арнай.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 3 мартының 9-сы һанында уҡығыҙ.