Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бар ергә лә өлгөр әсәй

Әсәй булыу еңел түгел, ә уны эш менән бергә алып барыу икеләтә ҡатмарлы. Аҙанғол ауылында барыһына ла өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе – Гөлфиә Ниғәмәтуллина – йәшәй.

Бар ергә лә өлгөр әсәй
Бар ергә лә өлгөр әсәй

Яңы Мишәр ауылының тырыш, уңған ҡыҙы яҙмышын күрше Аҙанғол ауылы егете Радик Данис улы менән бәйләй. Хеҙмәт юлын ауыл мәҙәниәт йортонда йыйыштырыусы булып башлай. Шул уҡ ваҡытта тормош иптәше менән бергә колхоздағы аттарҙы ҡарай, бейәләр һауа, ҡымыҙ бешә. Тырыш ғаиләне шунда уҡ күреп ҡалалар һәм Башҡортостан телевидениеһы улар тураһында сюжет төшөрөп, “Сәләм” тапшырыуында эфирға сығара.
Гөлфиә Ниғәмәтуллинаның уҡыу, һөнәр алыу теләге бер ҡасан да һүрелмәй. Ныҡышмалы булыуы, эшһөйәрлеге арҡаһында Учалы сәнғәт колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлай. 2015 йылдан алып Аҙанғол ауыл клубында мәҙәни саралар ойоштора.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 3 мартының  9ы һанында уҡығыҙ.

Автор: