Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған митинг

Оло Ыҡтамаҡ ауылында Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов бюсына, Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә, Мәсетле районының беренсе коммунарҙарына арналған обелиск һәм яугир-интернационалистар стелаһына сәскәләр һалынды.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә  арналған митинг
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған митинг

Еңеү паркында тантанаға йыйылыусыларға тәбрикләү һүҙҙәре менән Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм хәрби хеҙмәт ветераны, сик буйы ғәскәрҙәренең запастағы подполковнигы Алмаз Әхмәҙиев мөрәжәғәт итте. Улар Ватанды һаҡлаусылар көнөндә илебеҙ өсөн яу яланында башын һалған, үҙ иле, халҡы өсөн фиҙаҡәр көрәшкән, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, тыуған ерен һаҡлап алға барған кешеләрҙе хөрмәт менән иҫкә алыуыбыҙҙы билдәләне.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 3 мартының  9ы һанында уҡығыҙ.

Автор: