Мәсетле тормошо
-4 °С
Облачно

Шайморатовсылар менән осрашыу

“Рәсәй Федерацияһы граждандарына патриотик тәрбиә биреү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙың мөһим этабы булып торған Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик һәм спорт эштәре айлығы барышында Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Дыуан-Мәсетле һәм Яңы Мишәр мәктәптәренең Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс уҡыусылары менән осрашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шайморатовсылар менән осрашыуШайморатовсылар менән осрашыу
Шайморатовсылар менән осрашыу

Әнис Ҡасим улы һәм уҡыусылар яҡташтарыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы данлы хәрби батырлыҡтары, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм уның яугирҙарының ҡаһарманлығы, батырлығы тураһында һөйләне. Шулай уҡ уҡыусылар Рәсәй, Башҡортостан гимндарын, “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 3 мартының  9-сы һанында уҡығыҙ.

Автор: