Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Рәсәйҙең хәрби ҡеүәте

Район Мәҙәниәт һарайында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған хәрби техника макеттарының күргәҙмә-конкурсы уҙҙы. Экспозицияла балалар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар ҡулы менән башҡарылған 50-нән ашыу эш тәҡдим ителде.

Рәсәйҙең хәрби ҡеүәте
Рәсәйҙең хәрби ҡеүәте

“Рәсәйҙең хәрби ҡеүәте” техник ижад район конкурсы нигеҙендә ойошторолған күргәҙмәлә ҡатнашыусылар буяу, елем, ябай пластик шешә, ҡатырға, ҡағыҙ, ағас, пластмасса һәм конструкторҙан хәрби техниканың билдәле өлгөләрен эшләгән. Улар техника өлгөләрен яһап ҡына ҡалмаған, ә теге йәиһә был хәрби берәмек – самолет, танк, “Катюша” машинаһы, хәрби-диңгеҙ судноһы һәм катер, бронемашина һәм вездеходтарға хас айырым элементтарҙың күсермәләрен ентекләп уйлағандар.
Бәйгелә ҡатнашыусылар фантазия, үҙенсәлеклелек, ижади ҡараш, техник һәм художестволы башҡарыу кимәленең юғары сифатын, материалдарҙың күплеген һәм төрлөлөгөн күрһәтте.
Бөтә эштәрҙе Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Рафас Хәйерзаманов һәм Наил Фәрхетдинов, район Мәҙәниәт һарайының балалар секторы мөдире Регина Ғиниәтуллина һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Зилә Рәхимҡолова составындағы жюри баһаланы. Уларға иң яҡшы эште һайлау еңелдән булманы.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 3 мартының 9ы һанында уҡығыҙ.

Автор: