Фойела райондың ауыл хужалығы предприятиелары үҙҙәренең хеҙмәт һөҙөмтәләрен күрһәткән күргәҙмә ойошторҙо.
Сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов ҡотланы. Улар эшенә тоғро кешеләргә һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе, эштәренең ни тиклем ҡатмарлы һәм ауыр булыуын билдәләп уҙҙы.
Артабан йола буйынса эштә ҙур уңыштарға өлгәшкән ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләнеләр.
Район ярышы һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән ауыл хужалығы предприятиелары араһында еңеүсе таҫмаһы, Мәсетле районы хакимиәтенең беренсе дәрәжә дипломы менән “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бүләкләнде (директоры – Юрис Латыпов). Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары араһында шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Фәрит Даянов (Әләгәҙ ауылы) еңеүсе булды. Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары араһында Мәсетле районы хакимиәтенең I дәрәжә дипломы менән “Бобинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы (рәйесе – Алена Елисеева) бүләкләнде...
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 18 ноябрҙә 46-сы һанында уҡығыҙ.