Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
17 Октябрь 2022, 10:45

Республикабыҙҙы данланылар, хеҙмәтсәндәрен ҙурланылар

Үткән шәмбе район Мәҙәниәт һарайында Республика көнө уңайынан байрам концерты уҙҙы. Мәсетлеләрҙе етеп килгән байрам менән Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм Башҡортостан Республикаһының спорт министры урынбаҫары Сергей Алопин ҡотланы.

Республикабыҙҙы данланылар, хеҙмәтсәндәрен ҙурланылар
Республикабыҙҙы данланылар, хеҙмәтсәндәрен ҙурланылар

– Һеҙҙе Башҡортостандың төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ҡотлайым! Быйылғы йыл һәр беребеҙ өсөн тарихи ваҡиға – Донецк, Луганск, Херсон һәм Запорожьеның Рәсәйгә ҡушылыуы менән билдәләнә, – тип мөрәжәғәт итте тамашасыларға Әнис Әсәҙуллин. – Район делегацияһы хәрби хәрәкәткә әҙерлек үткән егеттәр янына барҙы, – тип дауам итте ул үҙ сығышын. – Мәсетле районы яугирҙары Шайморатов, Достовалов исемендәге башҡорт батальондарында һәм башҡа хәрби час-тарҙа хеҙмәт итә. 55 егет өлөшләтә мобилизация буйынса Елань һәм Ҡазан хәрби частарында әҙерлек үтә. Беҙ барыбыҙ ҙа уларҙың тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Артабан Сергей Алопин сығыш яһаны.
– Бөгөн беҙ һеҙҙең менән төп байрам – Республика көнөн тантаналы ҡаршыларға йыйылдыҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың изге теләктәрен еткерергә рөхсәт итегеҙ, – тине Сергей Владимирович.
Сара үҙ хеҙмәте менән район үҫешенә өлөш индергән иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе наградлау тантанаһы менән дауам итте.
Һөнәри оҫталыҡтары, район үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн һәм Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһенең эштәр менән идара итеүсеһе Мария Вавилова, Әләгәҙ ауыл биләмәһе ауыл хакимиәте башлығы Тәлғәт Вәлитов, Яңы Мишәр ауылының башланғыс кластар уҡытыусыһы Розалия Ғәлиуллина, Мәсетле районы хакимиәтенең баш бухгалтеры Гөлшат Ғилметдинова, район Мәҙәниәт һарайының балалар секторы мөдире Регина Ғиниәтуллина, мәғариф бүлеге юрисконсульты Надежда Ҡәйүмова, Дыуан-Мәсетле ветеринария участкаһы мөдире Венер Хәсәнов, Башҡорт гимназияһының хеҙмәт бүлмәләрен йыйыштырыусыһы Гөлбәһәр Хафизова Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән наградландылар.
Юғары һөнәри оҫталыҡ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн һәм Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан Мәсетле районы муниципаль район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды: Мәсетле районы хакимиәтенең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре бүлеге төп белгесе Ольга Балдинаға, Оло Ыҡтамаҡ ауыл хакимиәте башлығы Альберт Ғилметдиновҡа, Йонос ауылы клубының мәҙәни сараларҙы ойоштороусыһы Зифа Сәлмәноваға, Дыуан-Мәсетле клубы менеджеры Эльвира Исмәғилеваға.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, Мәсетле районында мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Зарифйән Ғарипов Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре, мәҙәниәт һәм сән-ғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Башҡорт-остан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты Балалар сәнғәт мәктәбе концертмейстеры, уҡытыусы Эльвира Ғариповаға, Балалар сәнғәт мәктәбенең “Музыкаль башҡарыу” (тынлы музыка ҡоралдары) бүлексәһе уҡытыусыһы Гөлнара Һаҙыеваға, район Мәҙәниәт һарайының хор жанры буйынса белгесе Светлана Йоносоваға, Әжекәй ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Илүзә Әсбаповаға тапшырылды.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының Почет грамотаһы менән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Илгизәр Ғилметдинов бүләкләнде.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары-уҡытыусылар Марс Хужин һәм Фирғәт Мөниров Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Район Мәҙәниәт һарайының “Зөбәржәт” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе – Зөлфирә Сәлимова) оло йәштәгеләрҙең “Мин яратам һине, тормош!” республика фестиваленең III дәрәжә лауреат дипломы менән билдәләнде.
Артабан Республика көнө хөрмәтенә сәхнәне Мәҙәниәт һарайы ансамблдәре һәм артистарының, Балалар сәнғәт мәктәбе, “Миләш” балалар баҡсаһы һәм башҡа мәғариф учреждениелары тәрбиәләнеүселәренең концерт номер-ҙары биҙәне.
Эльзида УСМАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова