Абдулла ауылында ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ауыл биләмәһе хакимиәте һәм ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре нәҡ ошо гөлдәрҙең матурлығына арнап “Сәскәләр фейервергы” байрамы ойошторҙо. Был көндө мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан ғәжәйеп сәскә донъяһына әүерелде. Унда гүзәл зат ҡулдары менән яһалған иң матур композициялар тәҡдим ителде.
Программа бай йөкмәткеле булды: балалар сәскәләр хаҡында шиғырҙар һөйләне, асфальтта аҡбур менән һүрәт төшөрҙө, һауа шарҙарынан уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Байрам матур гөлләмәләргә йыйылған төрлө сағыу төҫтәр менән балҡыны. Утлы ҡыҙыл төҫтәр менән биҙәлгән өс гөлләмәнән торған композицияға айырыуса иғтибар бүленде.
– Был байрамда Ватанды һаҡлаусыларыбыҙ хөрмәтенә гөлләмәләр эшләнек. Уларҙың береһе Украинала махсус операция барышында һәләк булған яҡташыбыҙ Вадим Мөхәмәтовтың иҫтәлегенә арналды. Шулай уҡ был көндө “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика хәйриә акцияһы үткәрелде, унда абдуллалар әүҙем ҡатнашты, – тип билдәләне ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәниә Раянова.
Бындай байрамдар халыҡҡа матурлыҡ һәм сәскәләр байлығын, һәм, әлбиттә, беҙҙе уратып алған донъяны асыр- ға мөмкинлек бирә.
Альбина ЗАРИПОВА.