Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
16 Сентябрь 2022, 16:00

Милли кейем – халыҡ асылы

9 сентябрҙә республикала Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә. Был байрам – халыҡтарҙың йолалары, тарихы һәм мәҙәниәтенә хөрмәт күрһәтеү, йәш быуынға халҡыңдың мәҙәни байлығы ҡиммәтен аңлатыу мөмкинлеге ул. 2020 йылдан Башҡортостанда Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр – апрелдә (айҙың өсөнсө йомаһы) һәм сентябрҙә (айҙың икенсе йомаһы) уҙғарыла.

Милли  кейем – халыҡ  асылы
Милли кейем – халыҡ асылы

Милли костюм нимә тураһында һөйләй

Байрам алдынан район Мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында “Кейемдәр нимә тураһында һөйләй. Баш кейемдәре” күргәҙмәһе асылды. Сараның инициаторы – Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Унда Мәсетле районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡадирова, музей директоры Нәзирә Әхкәмова, клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ милли кейемдәрҙе тергеҙеү өҫтөндә эшләгән тегеү оҫталары ҡатнашты.
Нәзирә Фазылйән ҡыҙы билдәләүенсә, ата-бабаларыбыҙҙың кейемен ентеклерәк тергеҙеү өсөн халыҡ йолаларын тәрәнерәк өйрәнергә кәрәк. Милли кейемдәрҙең төрлөлөгөнә лә иғтибарлы бу- лырға. Халыҡтың нисек кейенеүенә бик күп факторҙар – йәш, социаль хәл, йәмғиәттәге статус, ырыу, ҡайҙа йәшәү һәм башҡалар – йоғонто яһаған.
Музей директоры төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының баш кейеме элементтары үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне, 20-се быуат башындағы фотолар буйынса онотолған күренештәр менән таныш- тырҙы.
Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар ҡалпағы, аҡ ҡалпаҡ, һарауыс һәм таҡыя ҡыҙыҡһыныу уятты. “Рябинушка” рус халыҡ йыры ансамбле етәксеһе Валентина Сизова йөҙәр йылдар дауамында республикала урыҫтар, башҡорттар һәм татарҙар иңгә-иң терәп йәшәүен билдәләне, шуға күрә бының халыҡтарҙың өҫ кейеме һәм баш кейемдәренә лә йоғонто яһауына ғәжәпләнәһе түгел – улар бик оҡшаған. Ул бер нисә тиҫтә йыл элек нисек яулыҡ бәйләгәндәрен күрһәтте, шуның буйынса ғаиләнең йәшәү кимәлен билдәләгәндәр.
Район Мәҙәниәт һарайы методисы Илзида Сөнәғәтова татар ҡыҙҙарының баш кейемдәрен тегеү серҙәре менән уртаҡлашты.
– Биҙәктәр сәскә һәм үҫемлектәрҙе хәтерләтә, кейемдәрҙе тәбиғи төҫтәр менән матурлағандар, – тип аңлатты ул.
– Мәсетле районы халыҡтарының милли кейемдәрен тергеҙеү 2016 йылда ғына башланды, – тине Гөлназ Халиҡ ҡыҙы. – Был бик мөһим һәм яуаплы эш. Беҙҙең республика – күп милләтле. Мәсетле районында бер нисә башҡорт ырыуы, атап әйткәндә, Ҡошсо, Өпәй, Дыуан ырыуҙары вәкилдәре, ғәйнәләр, шулай уҡ урыҫтар, татарҙар йәшәй. Ошо милләттәрҙең милли кейемдәрен тергеҙергә кәрәк. Бынан тыш, һәр ауыл халҡы кейемендә үҙенсәлектәр булған. Барыһын да иҫәпкә алыу мөһим, был эштә хаталанырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Балаларыбыҙ тарихты яҡшы белһен өсөн, уларға булған белемде тапшырырға кәрәк.

Модалы милли кейем

Район Мәҙәниәт һарайында “Модалы милли кейем” сараһы уҙҙы.
Уның маҡсаты – балаларҙы республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре менән таныштырыу, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү, мәҙәни һәм тарихи мираҫ, йолаларға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү.
Йәш мәсетлеләр боронғо традицион костюмдарҙа тамашасы алдына сыҡты. Улар үҙ халҡының заманса, сәхнә костюмдарында ғорурлыҡ менән дефиле күрһәтте. Бынан тыш, йырланылар, туған телдә шиғыр уҡынылар, бейенеләр. Тәҡдим ителгән костюмдар-ҙың күбеһен ауыл оҫталары теккән.
Яңы Мишәр ауыл клубы “Ҡомартҡы” халыҡ коллективының этнографик костюмдары, “Миләш” балалар баҡсаһы, Ләмәҙтамаҡ, Әләгәҙ, Иҫке Мишәр, Әжекәй ауыл клубтары оҫтабикәләренең сәхнә костюмдары айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Бөтә оҫталарҙың эштәре ойоштороу комитетының рәхмәт хаттары менән билдәләнде, байрамдың йәш ҡатнашыусыларына мәҙәни мираҫты һаҡлаған өсөн дипломдар тапшырылды. Балаларҙы халыҡ мәҙәниәте башланғыстарына ылыҡтырып, беҙ тупланған бай тәжрибәне, йолаларҙы, ҡиммәттәрҙе һаҡлауға ирешәбеҙ.

Милли кейемдә уҡыйым

Ошо байрам уңайынан Мәсетле районы мәктәптәрендә класс сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре, квест һәм башҡа саралар ойошторолдо.
Сараларға мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары ла ҡушылды. Мәҫәлән, Һабанаҡ ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр “Мин милли кейемдә уҡыйым” республика акцияһында ҡатнашты.
Улар өсөн төбәк халыҡтары кейемендәге кешеләр һыны төшөрөлгән буятыу өсөн ҡағыҙҙар әҙерләнгән ине һәм ҡурсаҡтар милли кейем кейҙе.
Республика мәҙәниәте һәм халыҡтары тураһында һөйләргә, шул рәүешле бәләкәйҙән тарихҡа һөйөү тәрбиәләргә кәрәк.

Милли  кейем – халыҡ  асылы
Милли  кейем – халыҡ  асылы
Милли кейем – халыҡ асылы
Автор:Лариса Михалькова