Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Өфөлә “Торатау” конгресс холында байрам сараһы уҙҙы.

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға
Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға

Мәсетле районынан тантанала меценат, шәхси эшҡыуар Фәниә Тәхәүетдинова, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының махсус медицина-санитар ярҙам бүлеге мөдире Лилиә Загребельная һәм Оло Ыҡтамаҡ лицейы социаль педагогы, участка һайлау комиссияһы рәйесе Зөлфиә Ғилманшина ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров кешелектең гүзәл яртыһын ошо яҙғы байрам менән ҡотлап, бөгөнгө йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ролен билдәләне:
– Ошо иҫ киткес яҙғы байрам күптән инде беҙҙең барыбыҙ өсөн дә иң яратҡан байрамдарҙың береһенә әйләнде. Һеҙ, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, донъяға яңы тормош бүләк итәһегеҙ. Ғаиләлә именлек һәм үҙ-ара аңлашыу булдыраһығыҙ. Мөхәббәт һәм матурлыҡ, изгелек һәм наҙ, айырым әсә зирәклеген берләштерәһегеҙ. Балаларға туған телде һәм мәҙәниәтте тапшыраһығыҙ, Ватанға һөйөү тәрбиәләйһегеҙ. Һеҙ үҙегеҙҙе бала тәрбиәләүгә, йорт мәшәҡәттәренә бағышлайһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта күптәрегеҙ эштә уңыштарға өлгәшә. Үҙегеҙҙең көслө яҡтарығыҙҙы изге эштәрҙә, хәйриәлә күрһәтәһегеҙ, республика үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
– Байрам айҡанлы ойошторолған концертта халыҡ артисы Фидан Ғафаров һәм уның улы Азамат Ғафаровты күреү һәм ишетеү бик ҡыуаныслы булды. Байрамса мөхит илһамландырҙы, курсанттар сәскәләр бүләк итте. Барыһы ла юғары кимәлдә уҙҙы. Көс-дәрт алып ҡайттым, – тип уртаҡлашты тәьҫораттары менән Зөлфиә Ғилманшина.
Шул уҡ көндө республика Башлығы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантаналы сара билдәле артистар ҡатнашлығындағы байрам концерты менән тамамланды.
Һүрәттә: һулдан уңға Зөлфиә Ғилманшина, Фәниә Тәхәүетдинова, Лилиә Загребельная.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова