Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
25 Февраль 2022, 10:00

Ватанды һаҡлаусыларға – иғтибар һәм хөрмәт

Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә Оло Ыҡтамаҡ ауылы Еңеү паркында Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов бюсы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр һәйкәленә сәскәләр һәм веноктар һалыу тантанаһы уҙҙы.

Ватанды һаҡлаусыларға – иғтибар һәм хөрмәт
Ватанды һаҡлаусыларға – иғтибар һәм хөрмәт

– Был көндө беҙ атай-олатайҙарыбыҙға, туғандарыбыҙға һәм улдарыбыҙға – Ватанды һаҡлаған, бөгөн уның тыныслығы һағында торған һәм торасаҡ барлыҡ хәрбиҙәр исеменә ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен тәрән ихтирам менән еткерәбеҙ, – тине район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин. – Беҙ Ватанға тоғролоҡҡа ант иткән һәр кемде хөрмәтләйбеҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Афғанстан юлын үткән ҡыйыу яугирҙәр, “ҡыҙыу нөктә”лә, террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнаш-ҡандар алдында баш эйәбеҙ.
Шулай уҡ митингыла ҡатнашыусыларға ҡотлау һүҙҙәре менән район Советы рәйесе Зөлфиә Әбүбәкирова һәм сик һаҡсыһы, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең запас-тағы подполковнигы Алмаз Әхмәҙиев мөрәжәғәт итте.
Еңеү паркында урындағы үҙидара органдары, хеҙмәт коллективтары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, “Йәш армия” хәрби-патриотик клубы һәм “Александр Невский” казак йәмғиәте тәрбиәләнеүселәре булды.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары башҡарылғандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышы яланынан әйләнеп ҡайтмаған яҡташтарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Тантаналы саралар райондың бөтә ауыл биләмәләрендә лә уҙҙы.
Лариса РИЗВАНОВА.

Ватанды һаҡлаусыларға – иғтибар һәм хөрмәт
Ватанды һаҡлаусыларға – иғтибар һәм хөрмәт
Автор:Лариса Михалькова