Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
17 Декабрь 2021, 15:00

Башҡорт теле – моң теле

14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттарҙың милли уйын ҡоралы ҡумыҙға арналған сара үтте.

Башҡорт теле – моң теле
Башҡорт теле – моң теле

“Музыка – ул, һис шик-һеҙ, интернациональ тел”, – тип иҫәпләй яҙыусы Альфред Де Заяс. Һәм бының менән килешергә генә ҡала. Ҡумыҙ – боронғо музыка ҡоралдарының береһе. Ул һуң неолит осоронан уҡ билдәле.
Тәү ҡарашҡа был бик ябай инструмент һымаҡ, әммә ул төрлө-төрлө тауыштар сығара.
Башҡорт гимназияһының 8 “в” һәм 9 “б” синыф уҡыусылары ҡумыҙ тарихы менән танышты, уның төрлө төрҙәрен ҡарап сыҡты. Музей директоры Нәзирә Әхкәмова билдәләүенсә, беҙҙең райондан бөтә донъя кимәлендә билдәле ике виртуоз ҡумыҙсы – Роберт Заһретдинов менән Миңлеғәфүр Зәйнетдинов сыҡҡан.
Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы призеры Мәснәүи Ғәйнетдинов бер нисә төр ҡумыҙҙа уйнап күрһәтте. Уҡыусыларға айырыуса ул ойошторған оҫталыҡ дәресе оҡшаны, ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур теләк менән башҡорт музыка ҡоралында уйнарға өйрәнде.

* * *
Шулай уҡ Башҡорт теле көнө сиктәрендә уҡыусылар башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Шул уҡ көндө район Мәҙәниәт һарайында башҡорт шағиры, философ һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған кисә уҙҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға һәм Башҡорт теле көнөнә арналған “Ете аҙым” флешмобы иғлан итте. Уның шарттарына ярашлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм республика райондары, ҡалалары хакимиәттәре башлыҡтары, М. Аҡмулланың иң билдәле әҫәрҙәренең береһе – “Нәсихәттәре”нә таянып, унда билдәләнгән ҡиммәттәрҙең асылын күңеленә ятҡан ижади ысул (цитата, әйтем, шиғыр, йыр) менән асырға тейеш.
Мәсетле районы Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре флешмобта әүҙем ҡатнашты.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

* * *

7-14 декабрҙә республиканың барлыҡ белем биреү учреждениеларында Башҡорт теле аҙналығы уҙҙы. Сарала Оло Ыҡтамаҡ лицейы ла ҡатнашты.
Лицей китапханаһында “Башҡорт телендәге журнал, гәзит һәм китаптар” тип исемләнгән дәрес уҙҙы. Сарала башҡорт һәм татар телен туған тел сифатында өйрәнгән 4-се класс уҡыусылары ҡатнашты. Улар китапханаға башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлшат Мырҙағолова һәм татар теле уҡытыусыһы Рузилә Зәйнуллина менән бергә килде.
Китапханасы уҡыусыларға Башҡорт теле көнө тарихы тураһында һөйләне, милли телдә сыҡҡан журнал, гәзит һәм китаптар менән таныштырҙы. Балалар “Аҡбуҙат”, “Толпар” һәм “Шоңҡар” журналдарын ҡараны. Шулай уҡ уларға башҡорт һәм татар телендә баҫылған яңы балалар китаптары тәҡдим ителде. Уҡыусылар дәрестән ҡәнәғәт ҡалды, ғаилә менән бергә уҡыр өсөн туған телдә тәҡдим ителгән яңы баҫмаларҙы үҙҙәре менән алды.
Ата-әсәләрҙең балаларына туған телде өйрәнеүгә булышлыҡ итеүҙәре бик ҡыуаныслы. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, уны һаҡлауға күп көс һалалар. Балаларҙы туған телгә өйрәткән уҡытыусыларҙың ныҡышмалылығы һәм педагогик һәләте лә маҡтау-ға лайыҡ.
Гөлнара ҒӘЛИМЙӘНОВА,
Оло Ыҡтамаҡ лицейы китапханасыһы.

Башҡорт теле – моң теле
Башҡорт теле – моң теле
Автор:Лариса Михалькова