Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
20 Ноябрь 2021, 11:00

Сәйләндән матур сәскәләр һәм ағастар

Беҙ барыбыҙ ҙа гүзәллеккә ғашиҡ. Матурлыҡҡа сәғәттәр буйы ҡарап торорға мөмкин. Ошондай илаһи донъяны булдырыусылар беҙҙең арала ла йәшәй.

Сәйләндән матур  сәскәләр һәм ағастар
Сәйләндән матур сәскәләр һәм ағастар

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Наилә Балдина сәйлән һәм тимерсыбыҡтан ғәҙәти булмаған әйберҙәр эшләргә әүәҫ. Уның һәләтенә һоҡланырға ғына ҡала. Дүрт йыл элек сейләндән әйберҙәр үрә башлай, бөгөн Наилә Балдинаның коллекцияһында ғәҙәти булмаған композициялар күп: төрлө формалағы һәм үлсәмдәге ағастар, иҫ киткес сәскәләр.
– Хаҡлы ялға сыҡҡас, буш ваҡытым барлыҡҡа килде, – ти Наилә Йосоп ҡыҙы. – Күңелемә ятҡан эш әҙләй башланым, күп төрлө ҡул эштәренә тотондом, күңелемә хуш килгәне сәйлән булды.
Был ижади эш төрө буйынса интернет селтәрендәге мәғлүмәттәрҙән өйрәнә. Сәйләндән бик күп төр әйберҙәр эшләү мөмкинлеген күреп хайран ҡала.
– Тәүге эштәремде интернет селтәрендәге оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап үрҙем, – тип һөйләй оҫта, – аҙаҡтан үҙем уйлап сығарып бәйләй башланым. Был ныҡышмалы эштә иң ауыры – айырым деталдәрҙе бер композицияға йыйыу. Һәр эште башҡарыу, уның ҡатмарлы деталдәре һәм һанына ҡарап, күп төрлө ваҡыт талап итә.
Һәр эшен мөмкин тиклем йәнле итеп эшләргә тырыша. Сәскәләр бәйләү өсөн сәйлән һәм тимерсыбыҡ ҡуллана, ағас өсөн гипс, ПВА елеме, буяу һәм лак кәрәк.
Бөгөн Наилә Балдина үҙе һәм яҡындары өсөн бүләккә матур әйберҙәр ижад итә. Ҡышҡы оҙон төндәрҙә, тышта сатлама һыуыҡ саҡта, сәйләндән эшләнгән сағыу композициялар матурлығы менән ҡыуандыра һәм тормошҡа йәм өҫтәй.

Автор:Лариса Михалькова