Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
20 Ноябрь 2021, 12:00

Һәр эшкә лә маһир

Бүлмәне биҙәү өсөн төрлө ысулдар бар. Берәүҙәр күңелгә ятышлы картина, дизайнер фоторамкалары, модалы аксессуарҙар һатып алып биҙәһә, икенселәргә донъяһын үҙ ҡулдары менән биҙәү оҡшай. Үҙ ҡулдарың менән әйберҙәр эшләүҙең бер төрө – киптерелгән сәскә, үләндәрҙән панно.

Һәр эшкә лә маһир
Һәр эшкә лә маһир

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Зәбирә Кәшфуллина ябай интерьер биҙәүестәре әҙерләй. Ул ҡунаҡсыл, асыҡ йөҙлө, изге күңелле кеше. Һәр эшкә лә маһир ҡатын ҡул ҡаушырып ултырмай. Йәмле йортонда ҡулдан эшләнгән әйберҙәр интерьерын үҙенсәлекле итеп биҙәп тора – таҫмаларҙан диван өсөн мендәр, бәйләнгән япма, ҡайып сигелгән картиналар һәм тәбиғи материалдарҙан панно.
– Тәбиғәт донъяһы иң серлеһе, – тип уртаҡлаша оҫталыҡ серҙәре менән Зәбирә Ғәфүр ҡыҙы. – Һәр ботаҡ, һәр япраҡ әйтеп бөтөргөһөҙ һоҡланыу тыуҙыра. Тәбиғәттәге булған төрлө материалдар менән иҫ китмәле әйберҙәр эшләргә мөмкин. Бер япраҡта ғына ла булған матурлыҡты күреп, уны донъяға күрһәтеү – үҙе бер ижад.
Оҫтабикә киптерелгән сәскә һәм япраҡтарҙан картиналар эшләү менән күптән түгел генә мауыға башлай. “Һәр үҫемлек үҙенсә матур, мин күргәнемде бары тик киндергә күсерәм”, – ти ул.
Зәбирә Кәшфуллина эштәренә генә түгел, уларҙы булдырыу өсөн кәрәк булған материалдарға ла ентекле ҡарай, тикшереп ала. Яҫы туҡымаға һыйған тәбиғәт бүләге – уның төп эш сеймалы: киптерелгән үлән, орлоҡ, сәскә, япраҡ, мүк.
– Үҫемлек сеймалын дөрөҫ әҙерләү – панно йыйыуҙа иң мөһим эш, – ти оҫтабикә. – Сәскә, япраҡтар оҙаҡ ваҡыт тәбиғи фактура, төҫ һәм бирелгән формаһын һаҡлаһын өсөн хәстәрлек күрергә кәрәк.
Тәбиғи материалдарҙы ул мамыҡ, салфетка, китап-журналдар араһына һалып киптерә.
Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ Зәбирә Кәшфуллина бәйләргә, сигергә, тегергә өйрәнә. Шул ваҡытта үҙенә матур әйберҙәр тегә, һуңынан балаларын матур күлдәктәр менән ҡыуандыра. Аҙаҡтан ҡыҙы уны ебәк таҫма менән тәбиғәт күренеше һәм сәскәләр сигергә өйрәтә.
Ул парк, урманда йөрөгәндә ябай ғына ағас киҫәгендә төрлө хайуан һәм ҡош образын күрә. Табышын эшкәртеп, башҡа тәбиғәт материалдарын өҫтәгәндән һуң, үҙенсәлекле, матур композиция килеп сыға.
– Һәр эш күп ваҡыт талап итә, – ти Зәбирә Ғәфүр ҡыҙы, – элек бындай мөмкинселегем юҡ ине, бөгөн һәр эшем оло ҡыуаныс бирә.
Зәбирә Ғәфүр ҡыҙы үҙ ҡулдары менән булдырған матурлыҡты дуҫтарына, яҡындарына һәм таныштарына бүләк итә. Ижад итә алыуына ҡыуана, эшләгән әйберҙәре менән ғорурлана.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова