Мәсетле районында боронғо муйынсаларҙы әҙерләү ҙур популярлыҡ ала. Берәүҙәр был кейем элементын боронғо йола буйынса башҡарһа, икенселәр уны заманса итеп әҙерләй. Нәҡ шундай – кейеп йөрөүгә уңайлы, яңы стилдә эшләнгән муйынсаларҙы Ҡотош ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Хафизова тегә.
– Мин һәр ваҡыт ҡул эштәре менән мауыҡтым, муйынса әҙерләгәндәрен күрҙем. Был шөғөл миңә бик оҡшаны һәм үҙем дә тегеп ҡарарға булдым. Беренсе муйынсаны үҙем өсөн тектем, уңайы тура килгәндә кейеп сығам. Формаһын тотһон өсөн драп туҡымаһын ҡулландым, шуның өсөн дә ул ауырыраҡ килеп сыҡты. Тимер биҙәүестәр менән биҙәлгәнлектән, уның ауырлығы тағы ла артты.
Рәшиҙә Заһит ҡыҙы тиҫтәнән ашыу муйынса теккән. Хәҙер уның нигеҙендә форманы тотҡан еңел туҡымалар ҡуллана.
– Төп төҫтәр – ҡара йәки ҡыҙыл. Ҡошсо ырыуы башҡорттарының муйынсалары ҡара төҫтә булған тигән фекер бар. Ә инде ҡыҙыл – тыуған яғым Әбйәлил районы халҡына хас төҫ. Биҙәк, сәйлән, СССР заманынан ҡалған тимер аҡсалар менән биҙәйем, һуңғыһын әҙерләүҙә ирем ярҙам итә. Нигеҙендә елем булған биҙәкте Өфө ҡалаһынан алып ҡайтабыҙ, ҡалған кәрәк-яраҡты урындағы магазиндарҙан һатып алам, – ти оҫта.
Рәшиҙә Хафизова кейеп йөрөүгә уңайлы, хәрәкәт итергә ҡамасауламаған еңел муйынсалар тегә. Үҙ ҡулдары менән әҙерләгән ҡул эштәрен балаларына, ейәнсәрҙәренә, күршеләренә, әхирәттәренә бүләк итә.
Муйынса әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе
Иң тәүҙә муйынсаның үлсәмен һәм формаһын билдәләйбеҙ. Өлгө буйынса өс деталь киҫелә. Икәүһен теген машинаһында эшкәртеп, бергә тегергә кәрәк. Аҙаҡтан үтекләргә. Әйберҙең муйын тирәһе һәм ситтәренә ҡыя киҫелгән әҙер туҡыма таҫманы йәшерен сәнсем менән тегеп сығабыҙ. Бынан һуң биҙәктәрҙе төп өлөшкә уйланған бер тәртиптә теҙеп ҡарайбыҙ.
Муйын тирәһенән башҡа әйберҙең ситенә әҙер биҙәк йәиһә ебәк таҫма тегеп сығабыҙ, әле мин һары төҫтө ҡулланам: тәүҙә “киң аҙым” алымы менән ҡулдан тегәм, аҙаҡтан теген машинаһында баҫтырып сығам.
Әҙер биҙәүестәрҙе беркетәбеҙ: нигеҙендә елем булған биҙәк (был юлы һары төҫ алдым) һәм тимер аҡсалар. Ләмкәне тегәбеҙ. Ә иң һуңында – әҙер әйберҙең кире яғынан сәнсем- дәрҙе ҡаплап нигеҙҙең өсөнсө детален.
Муйынса әҙер!
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.