Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
15 Октябрь 2021, 09:35

Республика көнөнә арналған автоуҙыш, марафон һәм онлайн-концерт

Райондың ауыл биләмәләрендә Республика көнөнә арналған саралар уҙҙы. Коронавирус пандемияһы сәбәпле, ул асыҡ һауала ойошторолдо.

Республика көнөнә арналған автоуҙыш, марафон һәм онлайн-концерт
Республика көнөнә арналған автоуҙыш, марафон һәм онлайн-концерт

Ростов ауыл биләмәһе халҡының байрам кәйефен автоуҙыш күтәрҙе. Был сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән ауыл хакимиәте башлығы Ирек Ғәлимов ҡотланы. Ул билдәләп үтеүенсә, ауыр ваҡыттар булыуына ҡарамаҫтан, ауылдарҙа юлдар төҙөлә, зыярат кәртәләре яңыртыла, фельдшер-акушерлыҡ пункт-тары асыла.
– Республика көнө – ул күп милләтле халыҡтың бер-ҙәм, тыныс һәм килешеп йәшәү байрамы, һәр беребеҙҙең тыуған иленә һөйөү, тарихи берлекте аңлау көнө, – тине үҙ сығышында Ирек Мәғәрүф улы.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагы менән биҙәлгән бер квадроцикл, 13 автомобиль Теләш үҙәкләштерелгән клуб системаһынан старт алды. Һуңынан автоколонна Тәкә ауылына юлланды, артабан Ишәле ауылы аша уҙҙы. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо ун саҡрым тәшкил итте.
Ошондай уҡ автоуҙыш Оло Аҡа һәм Абдулла ауыл биләмәләрендә: Оло Аҡа – Ключевой – Абдулла – Степной – Урта Аҡа – Оло Аҡа маршруты буйынса, шулай уҡ Яңы Мөслим һәм Әбдрәхим ауылдарында уҙҙы.
Яңы Мишәр ауылында “Сәләмәтлек марафоны” ойошторолдо. Ауыл мәҙәниәт йорто янына байрам сараһына йыйылған ауылдаштарын Яңы Мишәр ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Гөлсөм Ғарипова һәм ауыл Советы депутаты Лидия Исмәғилева ҡотланы.
Марафонда ҡатнашыусылар бер километр араны үтергә тейеш ине. Уны өлкәндәр скандинав йөрөүе стилендә уҙҙы, ә балалар – велосипедта. Байрам көнөндә спорт яратыусылар әүҙем хәрәкәт итеп көс-ҡеүәт алды, ә иң мөһиме – кәйефтәрен күтәрҙе.
Сараның икенсе өлөшөндә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ауыл мәҙәниәт йорто методисы Эльвира Латыпова иғлан иткән “Башҡортостан бәлеше” фотоконкурсына йомғаҡ яһалды. Вероника Хәсәнова, Регина Зиннурова һәм Лидия Исмәғилева иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.
– Ҙур бәлеш – башҡорт һәм татар халҡының иң популяр милли ризыҡтарының береһе. Уны бик ҙур ваҡиғалар булғанда, әйтәйек, ҡунаҡ килгәндә, туғандар йыйылғанда, башҡа ҙур әһәмиәтле саралар ойошторолғанда әҙерләйҙәр, – тип һөйләй конкурсты ойоштороусы. – Ауылыбыҙҙа оҫта бешеренгән хужабикәләр күп. Конкурс быны тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
“Бәйләнештә” социаль селтәрен ҡулланыусылар Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған онлайн-концертты https://vk.com/id36 2918843?w=wall362918843_1414/all һылтанмаһы буйынса ҡарай ала. Программала: Ләмәҙтамаҡ мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының шиғыр, йыр һәм бейеүҙәре.

Республика көнөнә арналған автоуҙыш, марафон һәм онлайн-концерт
Республика көнөнә арналған автоуҙыш, марафон һәм онлайн-концерт
Автор:Айгуль  Шарапова