Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
3 Сентябрь 2021, 09:35

Хәйерле сәғәттә!

Беренсе сентябрҙә райондың барлыҡ мәктәптәрендә тантаналы линейкалар уҙҙы. Белем көнөндә “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре 2020 йылдан Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов исемен йөрөткән Яңы Мишәр мәктәбенә юлланды. 2021-2022 уҡыу йылында бында 101 уҡыусы фән нигеҙен өйрәнәсәк, уларҙың 11-е – беренсе класҡа, дүрте – ун беренсегә һәм етеһе туғыҙынсы класҡа бара.

Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле сәғәттә!

Ошондай тулҡынландыр-ғыс һәм тантаналы ваҡиға менән педагогтарҙы, уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен “Йондоҙ” йәмғиәте директоры, район Советы депутаты Юрис Латыпов, Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров, мәктәп директоры Зөлфиә Сәхәүетдинова ҡотланылар. Улар уҡыусыларға белем алыуҙа уңыштар теләне, ә педагогтарға – көс, сәләмәтлек һәм сабырлыҡ. Артабан район мәғариф бүлеге һәм мәктәп почет грамоталары тапшырылды.
Байрам программаһын үҙҙәрен дүрт йыл буйы етәкләйәсәк тәүге уҡытыусылары Айгөл Хафизова менән тәүге линейкаларына теҙелгән беренселәр дауам итте. Был иртәлә кескәйҙәрҙең тырышып ятлап, бар күңелдәрен һалып һөйләгән шиғырҙары айырыуса тулҡынландырғыс яңғыраны. Буласаҡ сығарылыш уҡыусылары уларға йыр һәм шиғырҙар, шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгән.
Байрам ахырына яҡынлашты. Тәүге дәрескә тәүге ҡыңғырау яңғыраны. Уны Денис Фәрхетдинов менән Эвелина Ғайсина бирҙе.
Уҡыу йорто етәксеһе Зөлфиә Сәхәүетдинованың һүҙҙәренсә, мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер. “Йондоҙ” йәмғиәте етәксеһе Юрис Латыповтың финанс ярҙамы менән ҡойма нигеҙе ремонтланған, сүп контейнеры өсөн урын эшләнгән. Быйыл мәктәптә 150 метр оҙонлоҡта ҡойма алмаштырылған, “Ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлаш-ҡан дөйөм белем биреү ойошмаларында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу” программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса спорт залында тәҙрәләр һәм иҙән алмаштырыла. Шулай уҡ мәктәп ашханаһында ҡорамалдар өлөшләтә алмаштырылған.
Белешмә: Мәсетле районында 2698 уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башланды. Беренсе класҡа 287 бала барҙы.

Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле  сәғәттә!
Хәйерле сәғәттә!
Автор:Айгуль  Шарапова