Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
31 Август 2021, 13:00

Сәскәләр нур сәсәләр

Хуш еҫле гөлдәр аллы-гөллө күлдәктәрен кейеп, баҡсаларҙы йәмләп ултырған мәлдә – август һуңы-сентябрь башында – яҡшы йола буйынса районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләрендә сәскәләр байрамы уҙа. Ошо көндәрҙә ул Оло Ытамаҡта ла булды.

Сәскәләр нур сәсәләр
Сәскәләр нур сәсәләр

Сәскәләрҙең гүзәллеге күңелде һәм йөрәктәрҙе иҫ китмәле һоҡланыу тойғоһо менән солғап ала. Шуға күрә сәскәләргә бағышланған байрам да бары тик яҡшы кәйеф һәм ихлас йылмайыуҙар бүләк итә.
Район үҙәгендәге матурлыҡ байрамы ярыш формаһында үтте. Алып барыусы Сәскәләр батшаһы менән Сәскәләр феяһы конкурсанттар өсөн күңелле ярыш төрҙәре әҙерләгән. Командалар ойошмалар коллективтарынан торҙо. Программаға команда менән таныштырыу, бейеү конкурсы, сәскәләр тураһында йырҙарҙы иң яҡшы белеүгә бәйге, йомаҡ ҡойоу, викторина һәм башҡалар инде.
Хеҙмәт коллективтары күргәҙмәләр әҙерләгән: бында сәскә һәм йәшелсәләрҙән терпе, кеше һындары ла, гөлләмә һәм композициялар ҙа булды. Авторҙар ғәҙәти булмаған фигуралар эшләп, бай фантазия күрһәтте.
Район Мәҙәниәт һарайының вокаль номерҙары байрамды тағы ла нығыраҡ йәмләп ебәрҙе.
Конкурсанттарҙың эштәрен, сығыштарын Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Әхкәмова, Оло Ыҡтамаҡ ауыл советының төҙөкләндереү буйынса белгесе Ләйсән Ғиниәтуллина, район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Эльвира Рамазанова баһаланы.
Сәскәләр байрамында өсөнсө урынды “Ғаилә” сәскә магазины командаһы яуланы. Икенсе дәрәжә диплом Мәсетле районындағы “Ғаилә” үҙәгенә һәм үҙәк район дауаханаһының терапия бүлексәһенә тапшырылды. Ә инде еңеүсе тип “Светлячок” балалар баҡсаһы һәм “Рябинушка” рус йыры халыҡ ансамбле табылды.

Сәскәләр нур сәсәләр
Сәскәләр нур сәсәләр
Сәскәләр нур сәсәләр
Сәскәләр нур сәсәләр
Сәскәләр нур сәсәләр
Сәскәләр нур сәсәләр
Сәскәләр нур сәсәләр
Сәскәләр нур сәсәләр
Сәскәләр нур сәсәләр
Автор:Наркес Халиуллина