Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
6 Август 2021, 10:50

ВДВ өсөн!

Мәсетле десантсылары дүшәмбе Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләргә йыйылды. Традиция буйынса улар иртән Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арнал- ған һәйкәлгә сәскәләр һал- ды.

ВДВ өсөн!
ВДВ өсөн!

Десантсыларҙы “Рәсәй ДОСААФы”ның Мәсетле бүлексәһе рәйесе, “Йәш армеецтар” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәте етәксеһе Рөстәм Дистанов, район боксерҙары һәм йәш армеецтар ҡотланы.
Артабан улар район үҙәге урамдары буйлап ВДВ символикаһы менән автомобилдәрҙә үтте.
Тантаналы өлөштән һуң улар Ыҡ йылғаһы ярында йыйылды. Ҡорбан итенән былау менән аш әҙерләнде. Табын янында улар аралашты, хеҙмәт йылдарынан сағыу мәлдәрҙе иҫкә алды.
”ВДВ ветерандары берлеге” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе һайланды. Был яуаплы эш Даян Фәтиховҡа ышанып тапшырылды.
Бер осрашҡанда десантсыларҙың йыйылыу урынын төҙөкләндереү, беседка менән мангал зонаһы булдырыу мәсьәләләре ҡаралды. Унда үҙ байрамдарында ғына түгел, башҡа ваҡиғалар сәбәпле лә осрашырға мөмкин буласаҡ. Урын һайланған да инде.
Шулай уҡ десантсылар киләсәктә хәйриә акциялары ойошторорға уйлай. Мәҫәлән,
балалар йорттарындағы кескәйҙәр менән осрашырға, уларҙы тәмлекәстәр менән һыйларға, десантсы намыҫы кодексы, армияла хеҙмәт итеү үҙенсәлектәре тураһында һөйләргә мөмкин.
Десантсылар икенсе йыл инде байрамды спиртлы эсемлектәрһеҙ ҡаршы ала.
– Беҙ ВДВ көнөндә фонтандарҙа һыу инеү һәм һуғышыу кеүек күренештәрҙе өнәмәйбеҙ. Беҙ – Рәсәй армияһы элитаһы, Ватаныбыҙ патриоттары һәм һаҡсылары. Беҙҙең бурыс – күп һынауҙар аша үткән ысын һалдаттар өлгөһөндә хәрби һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, – ти десантсы Фәрхәт Бижанов.

Автор:Айгуль  Шарапова