Бөгөн илебеҙҙә пионерия хәрәкәтен “Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте” һәм “Башҡортостан пионерҙары” берләшмәләре дауам итә. Уның ағзаһы булыу һәр уҡыусы өсөн мөһим.
“Башҡортостан пионерҙары” балалар берләшмәһе райондың һәр мәктәбендә эшләп килә. Уларҙың үҙ эмблемалары, байраҡтары, галстуктары, значоктары, атрибуттары бар. Берләшмә ағзалары “Дуҫлыҡ күперҙәре”, “Йәшел дауалаусы”, “Обелиск”, “Хәтер вахтаһы”, “Еңеүсе вариҫтары”, “Ярҙам ҡулы” кеүек төрлө акцияларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнаша.
2015 йылда илебеҙҙә Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте (РДШ) барлыҡҡа килде. Уға төрлө йүнәлештәге йәмәғәт берекмәләре һәм ойошмалар инә. Йәмәғәт хәрәкәттәрендә ҡатнашып, балалар лидерлыҡ сифаттарына эйә була, уңыштарға ирешергә өйрәнә, социаль мөхиткә яраҡлаша. Иң әүҙем ағзалар йыл һайын “Өс меңенсе йыллыҡ пионерҙары” төбәк-ара фестивалендә, “XXI быуат лидеры” лидерҙар һәм етәкселәр конкурсында ҡатнаша. Рәсәй уҡыусылар хәрәкәтендә башлыса үҙ ҡараштары формалашып өлгөргән өлкән класс уҡыусылары шөғөлләнә. Был уларға һәләттәрен асырға ярҙам итә, яңы мөмкинлектәр аса.
Мәсетле районында барлығы 320 пионер һәм Рәсәй уҡыусылар хәрәкәтенең 255 ағзаһы иҫәпләнә. Улар ҙа, пионер ойошмалары кеүек, һүҙ һәм эш берҙәмлеге, дуҫлыҡ, намыҫ, хәстәрлек һәм изгелек принциптары менән етәкселек итә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар сәләмәт йәшәү рәүешен, ватансылыҡ һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш кеүек сифаттарҙы өҫтөн ҡуя.
Бөтә Рәсәй проекттары һәм конкурстары еңеүселәре “Смена”, “Орленок”, “Артек”, “Океан” Бөтә Рәсәй балалар үҙәктәрендә ял итеү мөмкинлеге ала. Был, һис шикһеҙ, артабанғы ижадҡа һәм эшмәкәрлеккә яҡшы этәргес бирә.
– Рәсәй уҡыусылар хәрәкәтендә шөғөлләнеүселәрҙең күптәре педагогтарҙың ярҙамсылары булып китә, мәктәп матбуғат үҙәктәрендә ҡатнаша: үҙҙәре видеороликтар төшөрә, мәҡәләләр яҙа, сюжеттар эшләй, фотоотчеттар әҙерләй. Улар күп нәмәне эшләй алған һәр яҡлы шәхестәр, даими уҡыйҙар һәм камиллашалар. Уларға һәр эште ышанып тапшырырға мөмкин, – ти Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры, Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте кураторы Гүзәлиә Әхмәтханова. – “Башҡортостан пио- нерҙары” Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте составына инә. Унда ҡатнашыу ирекле, 8 йәштән балалар ҡабул ителә. Уҡыусылар хәрәкәтенең үҙ уставы бар, федераль кимәлдә эштең дүрт йүнәлеше билдәләнгән: шәхес булараҡ үҫеш, гражданлыҡ әүҙемлеге, мәғлүмәт-медиа, хәрби-патриотик. Штабы Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда урынлашҡан. “Берҙәмлек” клубы ағзалары педагог Наталья Бауэр етәкселегендә мәктәп берләшмәләре менән эш итәләр, районда төрлө саралар уҙғаралар, Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте конкурстарында ҡатнашалар.
Пионерия көнөндә район пионерҙары слетында балалар берләшмәләре эшенә йомғаҡ яһау яҡшы традицияға әйләнде. Ҡыҙ һәм малайҙарҙы дуҫлыҡ һәм йәшлек байрамы менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Гүзәлиә Әхмәтханова, педагог-ойоштороусы Миләүшә Ғибәҙуллина ҡотланы.
“Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте”, “Йәш армеецтар”, “Башҡортостан пионерҙары” берләшмәләре сафтары яңы ағзалар менән тулыланды. Улар ант бирҙе, значок һәм галстуктар алды. Иң әүҙемдәре грамоталар һәм дипломдар менән билдәләнде, ирекмәндәргә махсус кенәгә тапшырылды. Йәш пионерҙар өсөн мауыҡтырғыс квест әҙерләнгәйне.
Ниндәй генә ваҡыт булмаһын, әүҙемлек, район тормошонда ҡатнашыу – актуаль һәм модала! Алға, Башҡортостан пионерҙары! Алға, уҡыусылар хәрәкәте!