Донъя йәме булған ҡатын-ҡыҙҙарға район Мәҙәниәт һарайында уҙған байрам сараһы ысын бүләк булды. Ҡунаҡтарҙы ишек төбөнән үк байрамса әҙерләнгән, ғәҙәти булмаған формаларҙа, башҡарыу техникаһы һәм сағыу буяуҙар төрлөлөгө менән күҙҙең яуын алған күркәм фойе ҡаршы алды. Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сертификаттар тапшырылды.
Наҙ, матурлыҡ бөрккән, шат йылмайыу һәм байрам кәйефе бүләк иткән концерт залында ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин тәбрик итте. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев тантаналы шарттарҙа район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға – Римма Ғәниева (“Тепловик” йәмғиәте), Ольга Васильева, Зәлифә Вәлиева (Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы), Миләүшә Фәрхетдинова (мәғариф бүлеге), Марина Моржерина (“Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге), Лилиә Ғәлиева (Мәсетле ата-әсәләре менән балалар шифаханаһы), Лена Ғибәҙуллина (3477-се һайлау участкаһы рәйесе), Гөлнара Фазулова (“Рәсәй почтаһы”), Зөлфиә Тәхәүетдинова (“Россельхозбанк”), Линария Хаматуллина (Мәсетле эске эштәр бүлеге), Зөһрә Ғәниева (“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы), Гүзәл Хәйретдинова (үҙәк район китапханаһы), Зөлфиә Рәхимова (Оло Аҡа ауылы китапханаһы), Валентина Хисаметдинова (“Ленинский” ауыл хужалығы), Вера Әхйәмова (Рәсәй Пенсия фонды идаралығының Мәсетле районы бүлеге), Сәлимә Йосопова һәм Сирина Әхмәтхановаға (“Ҡарағай” шифаханаһы) рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Был көндө гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм балалар ижады коллективы яҡшы байрам кәйефе бүләк итте. Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде.
Байрам барышында әленән-әле беҙҙең донъябыҙҙы йәмләүсе, хәстәрләүсе, матурлығы менән һоҡландырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға сәхнәнән рәхмәт һәм ҡотлау һүҙҙәре, матур теләктәр яңғыраны.