Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
5 Август 2020, 16:00

Беҙҙән башҡа бер кем дә!

Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәренең девизы буш һүҙ түгел, ә йәшәү рәүеше. Был ғәскәргә иң көслөләрҙе, ҡыйыу һәм саяларҙы алалар.

Мәсетле районында икенсе августа Һауа-десант ғәскәр-ҙәренең барлыҡҡа килеүенең 90 йыллығын билдәләнеләр. Был байрам айҡанлы Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Еңеү” паркында обелиск асыу тантанаһы һәм десантсыларҙы юбилей миҙалдары менән бүләкләү сараһы үтте. Бер миҙал – парктағы һәйкәлдәрҙең биҙәүсе-рәссаме Даян Фәтиховҡа, икенсеһе Чечня Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Хәмит Зәбихуллинға тапшырылды.
Был сараға күптәре ғаиләләре менән килде, сөнки был улар өсөн ҙур байрам.
Һәйкәлгә венок һалғандан һуң, хәрби хеҙмәт ваҡытында һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Һуңынан “Атлант” стадионында хәрби күнекмәләрҙе иҫкә төшөрөп, көс һынашыу уҙҙы.
Байрамды тамамлап автоуҙыш ойошторолдо. Һауа-десант ғәскәрҙәренең байраҡтары ҡуйылған машиналар колоннаһы Оло Ыҡтамаҡ ауыл урамдарын буйланы. Десантсы Фәрхәт Бижанов “ЗаБег.РФ” марафонында ҡатнашып, 21 километр йүгергән.
– Мин йүгереүемде Һауа-десант ғәскәрҙәренең 90 йыллыҡ юбилейына, хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк бул-ған һалдаттар иҫтәлегенә бағышлайым. Хәрби хеҙмәттә баштарын һалған һалдаттар-ҙың ғаиләләре, туғандары, яҡындары алдында баш эйәм, – ти ул.