Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

9 июнь – Халыҡ-ара дуҫтар көнө

Дуҫтар булһа, был донъяла йәшәүе еңелерәк.

Ысынлап та, йырҙа йырлан-ған кеүек, дуҫтар булһа, был донъяла йәшәүе еңелерәк, тормош яманлыҡтары ла күренмәй кеүегерәк. Ысын дуҫтар ярҙам кәрәк булғанда ғына түгел, бигерәк тә шатлығыңды уртаҡлашҡанда һынала. Ысын дуҫлыҡты йылдар ҙа, үтелгән юлдар ҙа өҙә алмай. Беҙҙең районда ошондай һоҡланырлыҡ һәм аҡ көнләшеү менән көнләшеп ҡарарлыҡ күп йылдар инде дауам иткән дуҫлыҡ өлгөһө бар. Һабанаҡ ауылынан Энгельс, Радис, Айбулат, Ришат һәм Тимерйән мәктәп йылдарында уҡ бик яҡшы дуҫтар булалар. Әрме хеҙмәтенән йөрөп ҡайтып, һәр береһе ғаиләле бул-ғас та, улар араларын өҙмәй – ғаиләләре менән йөрөшә башлайҙар. Барыһы ла тыуған ауылында төпләнеп ҡала.
Инде хәҙер балаларын үҫтереп, үҙ аллы тормош юлына баҫтырған, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен ҡунаҡҡа көтөп алған ошо һоҡланғыс ғаиләләр дуҫлыҡтың йылдар үткән һайын бары нығына ғына барыуын үҙ өлгөләрендә иҫбат итә. Дания һәм Энгельс Ғәлиәкбәровтар, Гүзәл һәм Радис Ғәниевтар, Рәхимә һәм Айбулат Нуховтар, Сәкинә һәм Ришат Байрамғоловтар, Рәйлә һәм Тимерйән Ниязовтар бөгөн дә үҙ-ара татыу йәшәй. Беҙ улар менән дуҫлыҡ хаҡында һөйләштек.
Дания Ғәлиәкбәрова: “Беҙ Энгельс менән әле яңы ғына өйләнешкән инек, ауылға килдек һәм, күп тә үтмәй, класташтары килеп инде. Улар буш ҡул менән түгел – яңы ғына тотҡан балыҡтарын тотоп килгәндәр. Мин балыҡ ҡыҙҙырып ебәрҙем. Шулай киске аш ваҡытында һөйләшә-һөйләшә башланды беҙҙең дуҫлыҡ.
Ирем Энгельс баянда уйнай, ә беҙ, дуҫтарыбыҙ менән, йырларға яратабыҙ, яңы йырҙарҙы өйрәнеп барабыҙ. Беҙгә бергә йәшәү еңел һәм күңелле. Улар – ышаныслы дуҫтар, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙерҙәр. Һәр береһенең һоҡланырлыҡ матур һыҙаттары бар: Гәүзәл – бик сабыр, Рәхимә – кешелекле, Сәкинә – уңған, Рәйлә матур шиғырҙар ижад итә.
Күптәр беҙҙең дуҫлыҡҡа ғәжәпләнә, һоҡланып ҡараусылар ҙа бар. Минеңсә, дуҫлыҡтың төп сере – бер-береңде нисек бар шулай ҡабул итеүҙә, бер-береңдең тик ыңғай сифаттарын ғына күреүҙә”.
Сәкинә һәм Ришат Байрам-ғоловтар: “Ришат менән Энгельс – күршеләр, бергә үҫкәндәр. Беҙ һәр ваҡыт татыу булдыҡ, бер-беребеҙгә өйҙәр һалырға ярҙамлаштыҡ. Хәҙер ҙә һарыҡ өҫтөн алыу булһынмы ул, картуф ултыртыумы – бар эштәрҙе бергә башҡарабыҙ”.
Радис Ғәниев: “Дуҫлығыбыҙҙың нисек башланып китеүен хәтерләмәйем дә инде. Тотош тормош үтте бит. Ҡатындарыбыҙ тәүге осрашыуҙан уҡ дуҫлашып китте.
Тормошобоҙҙа ҡыҙыҡлы ваҡиғалар ҙа күп булды. Элек беҙ икмәкте үҙебеҙ бешерә инек. Уның өсөн алдан әсетке ҡуйып, ҡамырҙың ҡабарғанын көтөргә кәрәк. Бер шулай, дуҫтарыбыҙ ҡунаҡҡа саҡырҙы, ә ҡамыр әҙер булып килә. Нимә эшләргә? Ҡамырҙы машинаға алдыҡ та киттек, икмәкте хужаларҙың өйөндә бешереп алдыҡ.
Элегерәк бер нисә йыл дуҫтарыбыҙ менән баҫыуҙа картуф үҫтерә торғайныҡ, һатыу өсөн. Килгән аҡсаға сират буйынса өй өсөн берәй кәрәкле техника алдыҡ. Беҙ, мәҫәлән, дуҫтарыбыҙҙың ярҙамы менән һыуытҡыслы булдыҡ”.
Гүзәл Ғәниева: “Беҙҙең арала Сәкинә – шәп ойоштороусы. Уның башланғысы менән беҙ төрлө кисәләр ойоштора тор-ғайныҡ, ә йәш саҡтарҙа дискотекаға ла йөрөнөк. Йоҡлап киткән балаларыбыҙҙы эргәбеҙҙә сәхнәгә һалабыҙ. Балаларыбыҙ ҙа беҙҙең менән үҫте, үҙ-ара дуҫлашып киттеләр. Улар беҙгә һәр ваҡыт ярҙамлашты. Бергәләп эшләүе лә күңеллерәк. Шуғалыр ҙа инде, балаларыбыҙ бөгөн бер эштән дә ҡурҡып тормай.
Тормошта барыһы ла тигеҙ генә бармай, ауыр мәлдәрҙә дуҫтарыбыҙ һәр ваҡыт ярҙамға килде. Рәхмәтлебеҙ беҙ уларға”.
Айбулат Нухов: “Ир туғандарым булмағас, малайҙар менән аралашырға тырыштым, шулай итеп класташ малайҙар менән дуҫлашып киттем. Ҡатыным Рәхимә беҙҙең дуҫлыҡҡа һоҡлана ине һәм ул ғаилә дуҫлығын ихлас ҡабул итте, еңел генә беҙҙең компанияға ҡушылды”.